Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Декабрь 2019, 13:30

Айыусылар Яңы йылға әҙерләнә

Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылының урамын быйыл Яңы йыл шыршыһы биҙәйәсәк.

Һәммәбеҙгә лә мәғлүм булыуынса, республикабыҙ Яңы йылға әҙерлек эштәренә дәррәү тотондо. Әле район-ҡалаларҙа береһенән-береһе сағыу, заманса йыһазландырылған Яңы йыл һылыуҡайҙары үҙҙәренең почетлы урындарына баҫты. Ә бына Айыусылағы Яңы йыл шыршыһы башҡаларҙан бар яҡлап та айырылып тора. Беренсенән, ул – урманда үҫкән тәбиғи шыршы. Шыршы тирәләй ҡуйылған боҙ тауҙары ла, боҙ ҡапҡалар ҙа – тәбиғи, уларҙы Ашҡаҙар йылғаһынан бысып алып килгәндәр. Шуныһы шатлыҡлы: был эшкә ауыл халҡы бер төптән йыйылышып өмәгә сыҡҡан.
Бер кем дә ситтә ҡалмаған, мәктәп тә, китапхана ла, башҡа ерҙә эшләүселәр ҙә. Уҡыусылар шыршыны биҙәү өсөн тәтәйҙәрҙе лә үҙҙәре әҙерләй. Ауыл советы рәйесе Илмир Сарбулатов үҙе лә ең һыҙғанып тотонған. Хатта шыршы башында балҡыясаҡ йондоҙҙо ла Илмир Фәтих улы үҙ ҡулдары менән яһаған. “Был эштән китергә тура килһә, сварщик булам”, - тип мәрәкәләп тә алды булдыҡлы етәксе. Бына шулай, үҙ ҡулдарың менән эшләгәс, бигерәк тә ҡәҙерле. Ҡайҙалыр Яңы йыл шыршыларының хаҡы миллиондарса һумдарға төшһә, бында, киреһенсә, барыһы ла бушлай тиерлек. Уның ҡәҙере лә тап ана шул күңел йылыһын һалып башҡарыуҙа! Күмәкләп эшләгәс, эш тә ырамлы бара, күңелле лә.
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: