Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 18:35

Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ!

Үткән аҙнала Стәрлетамаҡта мәктәп ашнаҡсылары араһында ҡала конкурсының йомғаҡлау этабы үтте. Сара 23-сө мәктәп ашханаһында ойошторолдо.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә билдәләнде:
32-се мәктәп ашнаҡсыһы Оксана Пасько 1-се урынға лайыҡ булды. 2-се урынды 4-се мәктәп ашнаҡсыһы Марсель Мусин яулаһа, 23-сө мәктәптән Людмила Аритҡолова 3-сө урын алды.
”Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһына 2-се гимназия ашнаҡсыһы Анастасия Костантинова, ә “Яңы йыл табынына” номинацияһына 23-сө мәктәп ашнаҡсыһы Людмила Аритҡолова лайыҡ булды.
Әйткәндәй, Анастасияға 23 кенә йәш булһа ла тәжрибәле ашнаҡсыларҙан ҡалышман, һөнәрен яратып, бар көсөн һалып әҙерләнгән. Уның яуланаһы еңеүҙәре алда әле.
Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде.

Фото www.sterlitamakadm.ru

Читайте нас: