Салауат Ғарипов, Башҡортостан Башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәте буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре: “Радий Фәрит улына Благовещен ҡалаһында йәшәүсе мөрәжәғәт итте. Ул табиптарға күренеү өсөн ике айлап ваҡыт үтеүгә зарлана. Бының сәбәбен төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә бик тиҙ асыҡланыҡ, проблеманы хәл иттек. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡытын кәметеп, сират бөтөрөлдө”.
Благовещен үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында сиратты кәметеү маҡсаты менән мобиль бригадалар эшҡа ҡушыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункты булмаған ауылдарға «Паз» автобусы ебәрелә. Транспорт сараһы ЭКГ аппараты, дефибриллятор, гинекология креслоһы һәм реанимация сараларын башҡарыуға йүнәлтелгән ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бында ҡан баҫымын, шәкәр, холестерин, глюкоза кимәлен дә белергә мөмкин. Күсмә ФАП район ауылдарына аҙнаһына ике тапҡыр сыға.
Яңыраҡ «Инцидент-менеджмент» системаһында эшләүсе биләмәләрҙең рейтингы төҙөлә, ун бер айлыҡ эш һөҙөмтәһе буйынса благовещендар лидерҙар рәтендә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары, Мәләүез, Туймазы һәм Иглин райондарында ла чиновниктарҙың халыҡ менән тығыҙ һәм уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе билдәләнде. Республикала йәшәүселәр социаль селтәрҙәр аша мөрәжәғәттәр ҡалдырыуҙы үҙ итә. Был ысул, ысынлап та, уңайлы. Сөнки электрон хаттар адресаттарын тиҙерәк таба, проблемалар ҙа оператив рәүештә хәл ителә.