Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2019, 19:10

ҠЫШ БАБАЙ РЕЗИДЕНЦИЯҺЫ ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ

Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына Ҡыш Бабай килде. Бөгөн тантаналы рәүештә ял паркының «Мир развлечений» өлөшөндә Яңы йыл алып килеүсе ҡунағыбыҙҙың резиденцияһы асылды. Хаҡтар һәм тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең сайттан инеп ҡарағыҙ.

Ҡыш бабайға бер бала өсөн билет һатып алына һәм уның менән бер юлы ике өлкән кеше инә ала, билет хаҡы 100 һумдан башлана. Был хаҡҡа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һеҙҙе ҡотлаясаҡ һәм ышаныс грамотаһын тапшырасаҡ, шулай уҡ үҙ фотоаппаратығыҙға фото төшөргә мөмкин буласаҡ. Резиденция 12 ғинуарға тиклем эшләйәсәк. Эш көндәрендә сәғәт 16:00-19:00 тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 16:00-20:00 ваҡыт арауығында эшләйәсәк. Тағы ла өҫтәмә түләү буйынса, башҡа төрлө хеҙмәттәр ҙә ҡаралған был турала кассала белешегеҙ.
Читайте нас: