Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Декабрь 2019, 11:40

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Хөрмәтле ҡала халҡы!Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотлайым!

Конституция ҡабул итеү – Башҡортостан тарихында мөһим мәл, ул республиканың демократик, хоҡуҡи нигеҙен билдәләне һәм гражданлыҡ яуаплылығын көсәйтте.
Республика Конституцияһы уның күп милләтле халҡының хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, шулай уҡ төбәктең мәҙәни-тарихи мираҫын һәм тел үҙенсәлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҡануниәтте ҡәтғи үтәү, граждандарҙың юғары хоҡуҡи мәҙәниәтен булдырыу социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе уңышлы сисеүгә, дәүләт идаралығының әһәмиәтлелегенә һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә мөһим шарттар булып тора.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Ихтирам менән,

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас: