«Баннерҙы баҫтырыусы подрядсы алдан һайланған төҫ урынына икенсе төҫ ҡулланып эшләгән. Иң тәүҙә әлеге кеүек ҡара зәңгәр түгел, ә яҡтыраҡ, байрамса булған зәңгәр төҫ күҙалланған ине», тип хәбәр итә идаралыҡ. Шулай уҡ, подрядсы баннерҙы яңынан эшләргә вәғәзә биргәне билдәле.
Алдан билдәле булыуынса ҡала халҡының күпселеге Совет урамындағы яңы йыл менән ҡотлау һүҙҙәре биҙәлешен мәтам таҫмаһы менән сағыштырып ҡәнәғәтһеҙлеген белдергән ине. Тауыш «Яңы йыл менән, Тверь!» һүҙҙәрен алтын хәрефтәр менән ҡара фонда яҙыуға бәйле күтәрелгән ине.