Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 20:00

Ҡағыҙ дәүере артта ҡала

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу алдағыларынан айырыласаҡ. Ул көҙ көнө 1 октябренән 31 октябргә тиклем барасаҡ. Был хаҡта Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә ошо тема буйынса үткән кәңәшмәлә әйтелде.

Сара дүрт этапта башҡарыласаҡ. Был юлы халыҡ иҫәбен алыуҙа төп яңылыҡ – теләге булғандар иҫәп алыу битен интернет аша (онлайн ярҙамында) тултыра аласаҡ. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында махсус бит булдырыласаҡ. Ошо портал менән файҙаланыусылар раҫланылған иҫәпкә алыу яҙмаһы менән иҫәп алыу өсөн һорауҙарға үҙаллы яуап бирә аласаҡ.
2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың беренсе этабы – онлайн-иҫәп алыу буласаҡ. Ул октябрҙең тәүге ун көнөндә уҙғарыласаҡ.
Илдә йәшәүселәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыуҙың барлыҡ этаптары ошолай буласаҡ:
  • 1-10 октябрҙә – Дәүләт хеҙмәттәрендә онлайн- иҫәп алыу;
  • 11-15 октябрҙә – онлайн-иҫәп алыу үтеүселәр тураһында мәғлүмәт. Иҫәп алыусылар ҡабаттан онлайн-иҫәп алыу үтеүселәргә мөрәжәғәт итмәһен өсөн, улар тураһында мәғлүмәт адрестар исемлегенә индереләсәк;
  • 16-27 октябрҙә – халыҡ иҫәбен алыусылар өйҙәр һәм фатирҙарға йөрөп, иҫәп алыу анкетаһы буйынса һорау алып сығасасаҡ.
  • 28-31 октябрҙә – контроль йөрөп сығыу һәм иҫәп алыу материалдарын Росстат инструкторҙарына тапшырыу.
  • Халыҡ иҫәбен алыуҙа анкетаны онлайн ярҙамында тултырыуға килгәндә, ҡалаларҙа халыҡ иҫәбен алыусылар электрон планшеттар менән тәьмин ителәсәк. Ҡағыҙ битендә иҫәп алыу дәүере артта ҡала – иҫәп алыуҙа яҡынса 54 процент осраҡта ошо юл менән эшләйәсәктәр.
    Р.САФИНА
    Читайте нас: