Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте (Росстат) 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы тураһында положениены раҫланы. Унда геральдик билдәһе, график һүрәте, геральдик тасуирламаһы һынландырылған.
Геральдик тасуирламаға ярашлы “эмблема сараның дөйөм милли масштабын сағылдыра, схематик рәүештә һынландырылған ҡулға-ҡул тотоношоусы кешеләрҙең һәм дүрт дөйөм ҡабул ителгән төҫтөң географик фәнендә: диңгеҙ төҫөн белдергән күк төҫ, таулы урындарҙы белдереүсе ҡыҙыл төҫ; дала киңлеген белдергән – һары, урманлы урындарҙы белдереүсе – йәшел төҫ - милли берлек идеяһын һәм Рәсәй территориаль берҙәмлеген трансляциялай”.
Эмблеманың бер өлөшө булып схема рәүешендә һынландырылған кешеләр – төп логотип менән бер блокта тәғәйенләнгән 2020 һаны тора.
Һүрәтте баҫма, реклама-мәғлүмәт продукцияһында, Росстат һәм уның территориаль органдары сайтының рәсми биттәрендә, ведомство наградаларында һәм айырмалыҡ знактарында; рәхмәт хаттарында, грамоталарҙа һәм 2020 йылда халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнеүҙә һәм йомғаҡ яһауҙа ҡатнашыусылар бүләкләнгән башҡа документтарҙа, халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыуҙа ҡулланылған транспорт сараларында һәм Росстат етәксеһе тарафынан билдәләнелгән башҡа осраҡтарҙа файҙаланыу рөхсәт ителә. Эмблеманы алкоголь һәм тәмәке продукцияларында урынлаштырырға ярамай.
2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы ижади конкурс һөҙөмтәләре буйынса раҫланылды.