Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2019, 15:10

Байрамдар тыныс үтһен

Ҡала хакимиәтендә террорға ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Унда хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, төрлө хеҙмәт күрһәтеү етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов алып барҙы.

Бында яңы йыл байрамдарында террорға ҡаршы саралар ҡабул итеү мәсьәләләре, транспорт инфраструктураһының нисек һаҡланғанлығы тураһында һүҙ барҙы. Шулай уҡ комиссия 2019 йылда башҡарған эшенә йомғаҡ яһаны һәм киләһе йылға пландар билдәләне.
Йәмәғәт институттары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса бүлек начальнигы Илгиз Йәнәлиев билдәләүенсә, 2019 йылда террорға ҡаршы йүнәлештә 264 сара үткәрелгән.
Комиссия эшен барлағандан һуң, ултырышта ҡатнашыусылар байрам осоронда белем биреү ойошмаларына, мәҙәниәт учреждениеларына һәм пиротехник изделиелар менән һатыу иткән урындарға халыҡты үткәреү режимын көсәйтеү, янғын күҙәтеү, полиция һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән рейдтар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Ҡала етәксеһе пиротехникаға тейешле документтарҙың булыуына тикшереү үткәреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге етәксеһенә бигерәк тә шәхси транспорт компанияларының хәүефһеҙлеге буйынса мәсьәләләрҙе тикшерергә ҡушты.
Дөйөм алғанда, террорға ҡаршы комиссияның ҡарарҙары ҡала халҡының яңы йыл каникулдарын хәүефһеҙ үткәреүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: