Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ғинуар 2020, 18:20

АҠ МЕТАЛЛ СЫСҠАН ЙЫЛЫНДА БЕҘҘЕ НИМӘЛӘР КӨТӘ?

2020 йылға йонлоҙнамә2020 йыл – көнсығыш календары буйынса АҠ МЕТАЛЛ СЫСҠАН йылы. Яңы 12 йыллыҡ цикл башлана. Шуға ла Сысҡан йылы башҡа йылда тыуғандар өсөн дә әһәмиәтле булып иҫәпләнә. Сысҡан 12 йыл эсендә башҡарылған эштәрҙе баһалап, киләһе 12 йылға яңы эштәр билдәләйәсәк. Тимәк, беҙҙе яңы матур һәм бәхетле тормошҡа юл ярыусы мөһим йыл көтә, барлыҡ уй-теләктәрегеҙҙе лә быйыл тормошҡа ашырырға тырышығыҙ.

ҠУҘЫ. Сысҡан йылы – ныҡлыҡҡа һынау осоро. Пландарығыҙҙы алдан билдәләгеҙ һәм яңы белем үҙләштереүгә лә әҙер булығыҙ. Ғаиләне өҫтөн ҡуйырға тырышһағыҙ, йортоғоҙҙа бөтәһе лә шыма барыр. Йыл дауамында үҙегеҙгә яңы дуҫтар табырға, яҡындарығыҙ менән күберәк аралашырға тырышырһығыҙ. Алыҫҡа сәйәхәт ҡылыу мөһим түгел, ә йәйен һәм көҙөн яҡын-тирәлә ял итеп ҡайтыу ыңғай тәьҫир итер. Ә үҙеңдең шәхси тормошоңдо үҙгәртеү, йәғни яратҡан яртыңды табыу өсөн ғинуар-апрель айҙары уңышлы. Финанс хәлегеҙ тотороҡһоҙ буласаҡ. Аҡса мәсьәләһен ноябргә тиклем эш итегеҙ. Иң мөһиме – һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ.

БУҒА. Буғалар көндән-көн үҙгәрә: эске кисерештәрен генә түгел, ә тышҡы ҡиәфәтен дә үҙгәртергә әҙерҙәр. Белем алыу, һөнәрегеҙҙе камиллаштырыу өсөн уңайлы осор, ә йылдың икенсе яртыһында үҙегеҙҙең финанс хәлегеҙҙе яҡшыртыу яғын ҡарағыҙ. Дуҫ булып йөрөгәндәр насарлыҡ ҡылыуҙары ихтимал. Ғаиләлә булған аңлашылмаусанлыҡтарҙы олоға ебәрмәй, үҙ-ара хәл итегеҙ. Ә яңғыҙҙарға үҙ яртыларын табып, күңел тыныслығында йәшәй башларға кәрәк. Эшегеҙҙә бөтәһе лә яҡшы бара. Хатта яңы эш урыны ла тәҡдим итерҙәр, профессиональ үҫеш көтә. Финанс йәһәттән дә ыңғай күренештәр көтөлә, шулай ҙа һаулыҡты беренсе урынға ҡуйығыҙ.

ИГЕҘӘКТӘР. Матди яҡтан ныҡлы нигеҙ һалғанһығыҙ, артабанғы тормошоғоҙ тураһында уйларға кәрәк. Үҙегеҙҙең көскә генә ышанып, башҡаларға ауырлыҡ һалмай, алға атларға ваҡыт. Эш һәм финанс мәсьәләһе һеҙҙе борсомай. Йыл аҙағында үҙегеҙҙе иркен, ышаныслы тотам тиһәгеҙ, ғинуарҙан уҡ кредиттарығыҙҙы ҡаплатыу, килемле эш тураһында ҡайғыртығыҙ. Һеҙҙең эзотерика өлкәһендә һәләтегеҙ асылыр, шуға ла был өлкәлә белем алыу өсөн үҙегеҙгә остаз табырға, күп уҡырға кәрәк буласаҡ. Хис-тойғоларығыҙ ташып торһа ла, терәк-таянысты ситтән эҙләмәгеҙ, үҙегеҙгә ышанығыҙ. Сөнки партнерығыҙ нисек кенә һәйбәт булмаһын, ул бит һеҙҙең тормош юлында ваҡытлыса ғына юлдаш. Сәләмәтлегегеҙ яҡшы булһа ла, юҡ-барға күп көс сарыф итмәгеҙ.

ҠЫҪАЛА. Аҡ Сысҡан һеҙгә иң мөһим һорауҙарға яуап табырға ярҙам итер. Әммә был осраҡта ла тик үҙегеҙҙең көсөгөҙгә, ижади сығанаҡтарға таянып эш итеү – быйылғы төп ҡаҙаныштарығыҙ булыр. Шулай уҡ ғаиләң ышаныслы таяныс икәнен дә оноторға ярамай. Күп эштәрҙе үҙегеҙгә генә башҡарырға тура киләсәк. Әлбиттә, күңелегеҙҙә һаҡланған эске ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға алһағыҙ, эшегеҙ яйға һалыныр. Һәр саҡ үҙ-үҙеңә бикләнеп, кешеләр менән аралашмай ултырыу ҙа килешмәҫ. Быйыл ғаилә ҡороу өсөн уңышлы осор. Ә ғаиләлеләргә күп ваҡытты балалар менән үткәрергә тура килер. Эш һәм карьераға килгәндә, ауырлыҡтар булыр. Шуның өсөн һөнәрегеҙгә бәйле мәсьәләләрҙе ғинуарҙа уҡ хәл итегеҙ. Быйыл күп эшләргә тура килһә лә, сәләмәтлегегеҙҙе алғы планға ҡуйығыҙ.

АРЫҪЛАН. Быйыл һеҙгә ҡыйыу булырға, яңы дуҫтар, таныштар табырға кәрәк. Бындай бәйләнештәр эштә лә, ижадта ла, финанс өлкәһендә лә таяныс буласаҡ. Белемегеҙҙе арттырығыҙ, кәрәк икән, икенсе һөнәр үҙләштереүҙән дә ҡурҡмағыҙ. Рухи һәм дини донъямды байытам тип, берәй сектаға йәки насар уй менән йөрөгән кешенең ҡармағына эләгеп ҡуймағыҙ. Шәхси тормошоғоҙ һәүетемсә барыр. Ә профессиональ яҡтан һеҙҙе ныҡлы үҙгәрештәр, үргә үрләүҙәр көтә. Әммә аҡса, документтар менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ. Физик яҡтан сәләмәт булһағыҙ ҙа рухи сәләмәтлегегеҙ аҡһай, юҡ-барға уйланып, депрессияға биреләһегеҙ. Кәрәк булһа, дауалау курстарынан баш тартмағыҙ.

ҠЫҘ. Сысҡан йылында ҡыҙыҡлы танышыуҙар, эшегеҙҙә яңы үрҙәр, асыштар көтә. Финанс яҡтан да уңыштар, килемдәр булыр. Шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай күренештәр һиҙелә. Майға тиклем ижади проектығыҙҙы тамамларға тырышығыҙ, коллективтан айырылмағыҙ. Дөйөм эшкә үҙегеҙҙең өлөшөгөҙҙө индерегеҙ. Шулай уҡ имиджығыҙҙы үҙгәртеп, яңы эш урыны булдырһағыҙ, һеҙгә бөтәһе лә иғтибар итер. Әммә шуны теүәл билдәләргә кәрәк: элекке эштә үрләйһегеҙме, әллә үҙегеҙҙең көсөгөҙҙө яңы өлкәлә һынап ҡарайһығыҙмы. Сәләмәтлек һәр саҡ тәүге планда булырға тейеш. Эш менән мауығып, яратҡан яртың тураһында ла оноторға ярамай, бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ. Финанс мәсьәләһе һеҙҙе борсомай, әммә займ, кредит алырға тырышмағыҙ.

ҮЛСӘҮ. 2020 йылда етеҙ булһағыҙ, бар ергә лә өлгөрөрһөгөҙ. Ҡапыл килеп тыуған хәлдәр, көтөлмәгән эштәр һеҙгә тик ултырырға ирек бирмәҫ, йыл буйы эштән башығыҙ сыҡмаҫ. Шуныһы мөһим: был мәшәҡәттәр ыңғай һөҙөмтә бирер һәм уңыштар алып килер. Шулай уҡ йәлеп итерлек тәҡдимдәр һәм осрашыуҙар көтә. Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа еңел бирелер, эшегеҙҙе баһаларҙар. Һеҙҙең девиз: аҙ һөйлә, күп эшлә. Егәрле үлсәүҙәргә Сысҡан финанс яҡтан яҡшы мөнәсәбәттә булыр. Йәйен ҡайҙалыр барып ҡайтыуға бәйле, сығымдар булыуы ихтимал. Әммә эргә-тирәләгеләргә иғтибарлы булығыҙ, араларында аферистар булыуы мөмкин. Иң мөһиме, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ.

САЯН. Сысҡан уларға күңелле йыл вәғәҙәләй. Яңы таныштар, дуҫтар табып, күп аралашырға тура килер. Һеҙҙең иғтибарға мохтаждар күбәйер, һеҙҙе төрлө яҡҡа тартҡыларҙар. Туғандарҙың, дуҫтарҙың һәр саҡ күҙ алдында булырһығыҙ. Йыл дауамында сәйәхәт менән мауығырһығыҙ. Ял итеү һәм көс туплау өсөн был мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ. Уҡыу йәки яңы һөнәргә өйрәнеү хәйерле. Сысҡан йылы мәғлүмәткә бай, шуның өсөн дә телдең ҡорал икәнен онотмағыҙ, бик уйлап һөйләгеҙ. Яңғыҙ саяндарға тәү сиратта ғаилә ҡороу, ә ғаиләлеләргә уны ишәйтеү тураһында уйларға кәрәк. Финанс хәлегеҙ ҙә бик насарҙан түгел. Шулай булһа ла матди хәлегеҙҙе яҡшыртыу буйынса файҙалы тәҡдимдәр булыр. Үҙегеҙҙе тыныс һәм аҡыллы тотоғоҙ, бөтәһе лә һеҙ теләгәнсә бара, маҡсатыңа ирешеү өсөн юлдар асыҡ, тик һайлап ала ғына бел.

УҠСЫ. Йыл насар башланһа ла, һуңынан яҡшырыр. Милекселеккә һәм башҡа матди сығанаҡтарға мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға тура килер. Донъяға ҡарашты үҙгәртеп, матди хәлде яҡшыртыу өсөн аҡсаны тота һәм уны дөрөҫ файҙалана белергә өйрәнегеҙ, шул саҡта килемегеҙ ҙә артыр. Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”. Ғинуарҙа йорт һәм ғаилә менән ҡатмарлыҡтар булыуы бар. Йыл башында уҡ капиталь ремонт йәки күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр төҙөмәгеҙ. Бер аҙ көтөгөҙ. Мөхәббәт өлкәһендә лә хәлдәр яҡшынан түгел, сабыр булырға кәрәк. Ә яңғыҙҙарға үҙ яртыларын табып, мөнәсәбәттәрен законлаштырыу өсөн уңайлы осор. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ.

ЫЛАҠ. Тышҡы ҡиәфәт һәм һаулыҡ тураһында уйларға кәрәк булыр. Быйыл тормошоғоҙҙо тамырынан үҙгәртә алаһығыҙ. Маҡсаттарығыҙ тиҙ генә тормошҡа ашмаһа ла төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ. Бөтәһенә лә ышанып бармағыҙ, сөнки тыштан ялтырағандарҙың эске күңеле ҡара булырға мөмкин. Ә бына финанс өлкәһендә уңыштар көтә. Ылаҡтар тиҙ һәм еңел генә аҡса табыу һәләтенә эйә. Әммә шуны иҫтән сығармағыҙ: быйыл һеҙҙең төп бурысығыҙ – үҙ-үҙеңде аңлап, көсөңә ышаныу. Был осорҙа сығымдар ҙа күп булыр, юҡҡа борсолмағыҙ, аҡса уларҙы ярата һәм һәр ваҡыт килеп тора. Ғаилә мәсьәләһен беренсе планға ҡуйығыҙ, күп ваҡытығыҙҙы балаларға арнағыҙ. Әммә сәләмәтлеккә айырыуса иғтибар итегеҙ.

ҺЫУҒОЯР. Һыуғоярҙар күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүсәндәр, дуҫтары, туғандары менән дә һирәк аралашалар. Әммә таныш булмаған кешеләр менән һаҡ булырға кәрәк, уйламағанда берәй сектаға йәки йәшерен ойошмаға эләгеүегеҙ бар. Тик депрессияға бирелмәгеҙ, ауырлыҡтарҙан сығыу өсөн башҡа юлдарҙы һайлағыҙ. Мәҫәлән, яңы проекттар өҫтөндә эшләү уңышлы булыр. Сөнки 2020 йылда һыуғоярҙарҙың хыялдары тормошҡа ашасаҡ. Был осорҙа сығымдар ҙа күп булыр, юҡҡа борсолмағыҙ, аҡса уларҙы ярата һәм һәр ваҡыт килеп тора.

БАЛЫҠ. Быйыл балыҡтарға ҙур төркөмдәрҙә “йөҙөргә” тура килер. Ғинуарҙан апрелгә тиклем һеҙгә ләззәтләнеп йәшәп алырға кәрәк: нимә теләйһең, шуны эшләп, ашап, концерт-театрҙарға йөрөп, ял итеп. Ә май айынан йыл аҙағына тиклем ғаиләгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йыл дауамында ышаныслы дуҫтарығыҙ таяныс булыр. Йылдың икенсе яртыһында һеҙҙе рухи яҡтан үҫеш көтә. Күршеләрегеҙ, коллегаларығыҙ, таныштарығыҙ менән бәхәскә инмәгеҙ, кеше һүҙенә төшмәгеҙ. Финанс өлкәһендә лә ауырлыҡтар һиҙелмәй. Йәй көндәрендә яңғыҙлыҡ тойорһоғоҙ, психологик торошоғоҙ тотороҡһоҙ булыр, тик күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ, йыуанысты ғаиләлә табырға кәрәк. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Дөйөм алғанда, Аҡ Сысҡан йылының үҙенсәлектәренә төшөнһәгеҙ, кәңәштәргә ҡолаҡ һалһағыҙ, Сысҡан һеҙҙе ҡыйырһытмаҫ, киреһенсә, бөтә көсөн һалып һеҙгә ярҙам итер.

Читайте нас: