Ошоға тиклем төп юл Октябрь проспекты буйлап булһа, хәҙер — Төҙөүселәр урамынан. Шулай итеп, Төҙөүселәр урамына «Төп юл» билдәһе, ә Октябрь проспектына «Юл бир» билдәһе ҡуйылған. Тимәк, хәҙер Октябрь проспекты буйлап хәрәкәт иткән транспорттар Төҙөүселәр урамынан килгән машиналарҙы үткәрергә тейеш. Был билдәләрҙе ошо көндәрҙә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡуйған.
Шулай уҡ бында светофорҙар һәм урамдарҙы яҡтыртыу өсөн бағаналар ҙа ултыртылған. Оҙаҡламай унда яҡтылыҡ та буласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий Тротт белдереүенсә, Төҙөүселәр урамы ғинуар аҙағында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.