Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 16:24

ҺИГЕҘ ХЕҘМӘТТӘШЕН АТҠАН РӘИЛ ШӘМСЕТДИНОВТЫҢ АСЫҠ ХАТЫ СОЦИАЛЬ СЕЛТӘРҘӘРҘӘ ТАРАЛА

Байкал аръяғы крайында бергә хеҙмәт итеүсе һалдат һәм офицерҙы атып үлтергән Рәил Шәмсетдинов халыҡ алдында ғәфү үтенде. Рәилдең үҙ ҡулы менән яҙған хаты социаль селтәрҙәрҙә килеп сыҡты.

«Үҙемде тыйып ҡала алмайынса һуңғы аҙымға барғаным өсөн ғәфү үтенәм, әммә минең башҡа юлым юҡ ине. Һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә килгән ҡайғыны уртаҡлашам һәм әгәр булдыра алһағыҙ, мине ғәфү итеүегеҙҙе үтенәм», - тип яҙа Шәмсетдинов.
Һалдаттың адвокаты Руслан Нагиев хаттың ысын булыуын дәлилләгән. Был Рәил Шәмсетдиновтың халыҡ алдында беренсе тапҡыр белдереү яһауы булып тора, әлегә тиклем Рәмилдең һүҙҙәрен уның атаһы һәм яҡлаусылары тапшырып килгән ине.
Читайте нас: