Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар 2020, 15:31

ОҘОН-ОҘАҠ КАНИКУЛДАРҘАН ҺУҢ ЭШТЕ НИСЕК БАШЛАРҒА?

Яңы йыл байрамдарын тулыһынса ял итеп бөткәс ғәҙәти эш тәртибенә өйрәнеп китеүе еңелдән түгел. Белгестәр иһә өйрәнелгән ҡалыпҡа бер көн өсөндә ҡайтырға мөмкин тигән фекерҙә. РИА Новости агентлығы был өлкәлә эксперттар менән аралашып файҙалы кәңәштәрҙе яҙып сыҡты.

Табип-терапевт Людмила Лапина көндө йылы иммун душтан башларға кәңәш итә. Өҫкә йылы итеп кейенергә кәрәк, сөнки тыштағы һауа торошын алдан белеп булмай. Инфекция йоҡтороуҙы киҫәтеү өсөн әксәлин майын да һөртөп ебәрергә була. Иртән бер һыныҡ шоколад менән йәшел сәй эскәндә, ҡан тамырҙары системаһы яҡшыраҡ эшләп китәсәк, тип өҫтәгән ул.
Терапевт һүҙҙәренсә, эшкә йәйәү барһаң отошло, сөнки атлап барғанда организм уянасаҡ һәм ғәҙәти тәртипкә тиҙерәк инеп китәсәк.
Психолог Илья Шабшин иһә оҙон ялдарҙан һуң тулыһынса эшкә сумыу сәләмәтлеккә тиҫкәре йоғонто яһауы тураһында киҫәтте. Эштә ауыр булмаған ябай булған төрҙәренән башларға һәм яуаплы осрашыуҙарҙы башҡа ваҡытҡа күсереү зарур. Иң тәүҙә эштең асылына төшөнөргә, һуңынан ғына етди ҡарарҙар ҡабул итернгә кәрәк, тип иҫкәрттә белгес.
Читайте нас: