Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 21:10

30 телдә һөйләшә

БСТ каналында «Башҡорт телен өйрәнәм» тапшырыуын алып барыусы Вячеслав Чернев 30 телдә һөйләшә. 25 йәшлек полиглот телдәрҙе үҙ аллы өйрәнә. Егет әле үҙе Варшавала йәшәй, быйыл ул унда диссертация яҡлаясаҡ.

Вячеслав Чернев Яңы йыл байрамдарына тыуған яғына ҡайтты. Хатта каникулдар ваҡытында ла ул үҙ белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләүҙән туҡтамай. Егет нисек итеп яңы телдәрҙе иҫендә ҡалдыра алыуы һәм сит илдә йөрөгәндә бер ҡыҙ менән нисек аралашыуы тураһында һөйләй.
Вячеслав Чернев ниндәй милләт кешеһе менән һөйләшһә, уның менән шул телдә аралашыуҙы ҡағиҙә итеп алған: ҡаҙаҡтар менән ҡаҙаҡса, башҡорттар менән башҡортса. Йыш ҡына шулай ҙа була: ул шул милләт вәкиленә ҡарағанда ла оҫтараҡ һөйләшә.
25 йәшлек полиглот 10 телде бик яҡшы белә, һәм тағы ла 20 телдә иркен һөйләшә ала. Шуныһы ғәжәп, ул ғәҙәттә телдәрҙе үҙ алдына өйрәнә. Шул ыңғайы халыҡтың тарихын да өйрәнә. Вячеслав яңы ғилем артынан Ырымбур мәсетенә килә. Бер имам менән биш минут һөйләшеп торғандан һуң Вячеслав ғәрәп телен белмәүе тураһында әйтә. Әммә камиллашыуҙың сиге юҡ, тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, телде өйрәнеүҙең әллә ниндәй сере юҡ, уның ҡарауы үҙ алымдары бар.
“Беренсе сиратта, телде өндәр составын өйрәнергә кәрәк. Сөнки өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше – тел асҡысы булып тора. Грамоталы һөйләшеп тә, өндәрҙе дөрөҫ әйтә алмаһаң, һүҙҙең мәғәнәһе юғала. Грамматиканы өйрәнгәндә гел генә рус теле менән сағыштырырға ярамай”.
Башҡорт теленең байлығы тураһында ул БСТ эфирында һөйләгәне бар. Ул унда “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуында уҡытыусы ролендә сығыш яһай ине. Шулай уҡ Ырымбурҙа ла дәрестәр алып барҙы.
Варшавала уның Рәсәйҙән булыуына күптәр ышанып етмәй икән. Хатта Вячеслав менән аралашҡан Нигерия ҡыҙы, имеш, егет аҡ кеше булып ҡылана, тип яҙып ебәргән...
“Дөйөм телдә аралашҡанда - аҡылға барып етә. Үҙ туған теленңдә һөйләшкәндә – йөрәккә”, - ти полиглот. Әлегә Словениялағы дуҫтары менән уларҙың туған телендә аралаша алмауына ҡайғыра, күрше хорват телендә һөйләшә. Тимәк, оҙаҡламай ул белгән телдәр исемлегенә йәнә бер тел өҫтәләсәк.
Роза САФИНА.
Читайте нас: