Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ғинуар 2020, 19:30

Ата-бабаларыңдың нисек йәшәгәнен белергә теләһәң...

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында «Башархив» проекты презентацияһы булды.

«Башархив» - Өфө губернаһының биш өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостандың күпселек өлөшө) 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа йорт башына булған карточкаларға тарихта беренсе тапҡыр сканер күсермәһе ярҙамында баҫтырылған уникаль архив проекты. 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу Рәсәй Федерацияһының 5 төбәгендә генә һаҡланып ҡалған.
Ошо проект арҡаһында үҙенсә уникаль булған 5740 документты хәҙер һәр кем ҡарай аласаҡ.
Проект ата-бабаларыбыҙҙың тарихын, уларҙың көндәлек тормошон белергә форсат бирәсәк һәм ул генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Иҫәп алыу барышында һәр крәҫтиән ғаиләһенә (йорт башына) карточка булдырыла, унда һорау алынған кешенән бөтә мәғлүмәттәр иҫәп алыусы тарафынан яҙып алына. Был мәғлүмәттәр шуныһы менән ҡиммәт, улар совет дәүерендә иҫәп алыу мәсьәләһен сәйәсиләштергәнгә тиклем тупланған.
Йорт башына булған карточкаларҙа ошондай мәғлүмәттәр теркәлгән: хужалыҡ һаны; ғаилә составы; нисә баш мал-тыуар һәм ниндәй мал тотҡан; иген сәсеү майҙанының ҙурлығы; ер биләмәләренең майҙаны, күләме һәм ерҙәрҙең купчийҙарға (күсмәй торған мөлкәтте һатыу һәм һатып алыу тураһында нотариаль ҡағыҙ) бүлеп бирелә торған ерҙәрҙе бүлеү менән файҙаланылған һәм башҡа ер биләү формалары буйынса; арендаға биреү һәм ерҙе ҡуртымға биреү; ауыл хужалығы инвентары барлығы, сәнәғәт һәм сауҙа йорттары.
Әгәр ҙә кемдер үҙ туғандарының (ата-бабаларының) документтарын таба алмаған булһа, Башҡортостан Республикаһы Милли архивында XIX, XVIII һәм XVII быуаттарҙың ревизия мәғлүмәттәре, метрика кенәгәләре буйынса документтар массивы һаҡлана. Шуға күрә, республиканың теләгән бер кешеһе артабан үҙ ғаилә тарихын төҙөй, өйрәнә аласаҡ!
Роза САФИНА.
Читайте нас: