Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2020, 14:30

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу... өйләнешкән!

Стәрлетамаҡта Яңы йыл байрамы алдынан 8 пар өйләнешкән. Башҡортостанда 31 декабрҙә 75 пар ғаилә ҡорған.

Никахтарҙың күпселек өлөшө Өфөлә теркәлгән. Шулай итеп, 2019 йылдың һуңғы көнөндә баш ҡалала 16 пар, Стәрлетамаҡта 8 пар сәстәрен-сәскә бәйләгән.
Райондар араһында Иглин районы лидер – унда 5 никах теркәлгән. Дмитрий Емелёв менән Юлия Бәҙретдинова никах теркәү тантанаһына хатта Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кейенеп килгән. Ошондай ғәҙәти булмаған никах теркәү күренештәре донъяны тағы лә йәмләндереп, йәнләндереп ебәргәндәй була, тип билдәләйҙәр БР юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетында.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: