Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 14:35

Бөгөн Балалар асыштары көнө билдәләнә

Был дата американың билдәле дәүләт эшмәкәре, ғалим һәм журналист Бенджамин Франклиндың тыуған көнөнә бәйле.

12 йәшендә ул үҙенең тәүге асышын яһай - ҡулдар өсөн йөҙгөс уйлап таба. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта киң билдәле батут, һыу саңғыларын, хатта калькулятор һәм Брайль штрифын балалар уйлап сығара. Педагог Флорида Фәхретдинова билдәләүенсә, һәләтле баланы һәләтле ғаилә генә тәрбиәләй ала.
Балалар асыштары көнөндә демонстрациялар үтә, төрлө конкурстар ойошторола, һәләтле балалар тәбрикләнә.
БСТ.
Читайте нас: