Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2020, 13:05

Кешегә яманлыҡ теләгәнсе, үҙеңә яҡшылыҡ телә

Күптән түгел элек бер аҙ ваҡыт күрше йәшәгән танышымды осраттым. Тәүҙә танымай торҙом уны, үҙе өндәшмәһә, билләһи, үтеп тә китер инем. Көләс йөҙө һурылған, ирендәре ҡымтылған, хатта буйсан кәүҙәһе бәләкәсәйеп, бөкөрәйеп тә ҡалған һымаҡ.

Һөйләшеүендә элеккесә төртмә теллелек, кинәйә лә юҡ, шаян көләмәстәре лә онотолған. Күҙендә мин яратҡан осҡон-нур күренмәй. Күптән түгел ире менән айырылышыуы тураһында ишеткәйнем инде. Шуға ла күңел яраһына тоҙ һибеп, хәлен һорашырға ҡыйманым.

– Ни эшләп ни өсөн айырылышыуыбыҙ тураһында һорамайһың? – тип үҙе һүҙ башланы ул. – Икенсе ҡатынға сығып китте бит. Ике йыл элек «һулға» йөрөй башлағанын һиҙгәйнем инде. Минән генә түгел, балаларҙан, туғандарҙан да оялманы. Аҙналап ҡайтмағанын аҡлап, бөтә ғәйепте миңә ауҙарҙы. Ҡоторор-ҡоторор ҙа урынына ултырыр тип, ғәйепләүенә генә түҙер ҙә инем. Тик уның, утыҙ йылдан артыҡ юҡ-бар хәбәрең, ғәйебең, көнләшеүең менән ҡолаҡ итемде ашаның, тип әйтеүе зитыма тейҙе. Бөтәһен дә аптыратып, барҙым да айырылышыуға ғариза бирҙем…

Уңған, бөтә эшкә етеҙ, оҫта ҡуллы был танышымдың бер кире яғы була торғайны: ни эшләптер, үҙен ҡарап, биҙәнеп-төҙәнеп, ҡупшы итеп кейенгән ҡатын-ҡыҙҙың мотлаҡ һөйәре йәки, ир кеше булһа, һөйәркәһе бар, тип уйлай ине. Улай ғына ла түгел, ундайҙар тураһында төрлө имеш-мимештәр таратты. Хағын да, нахағын да ҡурҡмай һөйләне. Шул зәһәр теле арҡаһында ни тиклем эшкә һәләтле булһа ла, эшләгән урынында оҙаҡ тотҡарланманы. Ғәҙәттә, ялҡауыраҡ, һәлкәүерәк, эшен минән киткәнсе – эйәһенә еткәнсе тип эшләгәндәрҙән коллективта тиҙерәк ҡотолорға тырышалар, ә танышым яман теле менән һыйманы шикелле: йә хеҙмәткәрҙәре эштән китергә мәжбүрләне, йә оло ғауға менән үҙе китте.

Танышыма берәй ҡатын-ҡыҙҙы йәки ир-егетте маҡтап һүҙ һөйләһәң, ул йәш саҡта бик йөрөмтәл булды, ул фәлән-фәлән менән оҙаҡ йылдар йөрөнө, тип әллә ҡасан булғанмы-булмағанмы ваҡиғаны тәфсирләп, сағыу төҫтәргә буяп һөйләргә яратты. Айырылышҡан йәки тол ҡалған ҡатындарҙы бөтөнләй кешегә һанаманы. Иркен тормошта йәшәйҙәр, кешенең ирен аҙҙыралар, йәнәһе. Йыш ҡына уйҙырма һөйләгәненә шаһит булырға ла тура килгеләне.
Бына әле лә уның әлеге хәбәре, иренең икенсе ҡатын менән йәшәй тип әйтеүе дөрөҫ түгел ине. Ире ҡартайып, кәрҙәре бөткән атаһы һәм әсәһе менән бергә йәшәй икәнен бөтәһе лә белә.

Ә шулай ҙа ҡасандыр байтаҡ кешенең араһына тоҙ һалған. Бик күптәрҙе нахаҡҡа рәнйеткән, яла яҡҡан танышым йәл булып китте.
– Ярай, айырым йәшәп, һағынышып ҡауышырһығыҙ әле. Балаларығыҙҙы башлы-күҙле итәһе лә бар, – тим, уның төшөнкө күңелен саҡ ҡына күтәрергә теләп. Тегенең күңеле йомшарҙы, ахыры:
– Яңғыҙыңа бигерәк ауыр икән шул, –тине саҡ ҡына ишетерлек итеп.
…Кешегә яманлыҡ теләгәнсе, үҙеңә яҡшылыҡ телә, тигән аҡылды быға тиклем белмәһә, танышым хәҙер үҙ тормош тәжрибәһендә аңлағандыр.

Лена АБДРАХМАНОВА.
Читайте нас: