Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 18:51

Бәхет сере – хеҙмәттә…

Өлкән йәштәге әбейҙе йәки бабайҙы тормошта йыш осратһаҡ та, бергә тигеҙ ҡартайғандар һирәк бит ул. Ә ошо көндәрҙә бергә йәшәүҙәренә 64 йыл булып киткән Мөбәрәк Хажинур улы менән Миңнекамал Ғилман ҡыҙы Мөхәмәҙийәровтарҙың икеһенә лә 90 йәш тулды. Уларҙы күркәм юбилейҙары менән Ауырғазы районы хакимиәтенән килеп ҡотланылар.

Мөхәмәҙийәровтар өйләнешкәндән алып әлегә тиклем Ауырғазы районы Байыш ауылында донъя көткәндәр. Колхозда ниндәй эш булһа, барыһын да башҡарғандар. Ғаилә башлығы тракторсы ла, бригадир ҙа булған. Ауылдары тәбиғәттең бик матур урынында урынлашҡан: яҡында ғына урман, өйҙәренән 50 метрҙа ғына түңәрәк күл булғанғамылыр үҙҙәре лә ныҡ, балалары ла һау-сәләмәт булып үҫкән. Өс улы ла, ике ҡыҙы ла һөнәрле. Һәр ҡайһыһы икешәр бала үҫтергәндәр. 10 ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәт һөйләргә лә, уларҙы тәрбиәләргә лә ваҡыт таба өләсәй менән олатай. Улар үҙҙәренең үткән күркәм тормош юлдары менән һәммәһенә өлгөбулып тора. Ҡышты ҡалала балаларында үткәрһәләрҙә, йәйҙең йәмле көндәрендә ауылда йәшәй улар.
«Оҙон ғүмерле булыуығыҙҙың сере нимәлә?» тигән һорауыма: «Ғүмерле, бәхетле булыуыбыҙҙың сере – хеҙмәттә», - ти улар бер тауыштан.
Ә юбилярҙарҙан: “Бөгөнгө йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?»- тип һорамайынса булдыра алманым. Улар бер тауыштан: «Яратҡан шөғөлдәре булып, эшләп ашаһындар», - тине.
Ысынлап та, матур ғүмер юлы үткән өлкәндәрҙең был алтынға бәрәбәр дөрөҫ һүҙҙәренә яуап юҡ…Оҙон ғүмерлеләр хаҡында «Ашын – ашаған, йәшен – йәшәгән», тиһәләр ҙә, Мөбәрәк Хажинур улы менән Миңнекамал Ғилман ҡыҙы кеүек бар яҡлап та өлгөлө булған парҙар тормошобоҙҙо биҙәй генә. Шуға күрә уларҙың 100 йәшлек юбилейҙарында ла осрашырға яҙһын тип, хушлаштыҡ беҙ. Балалары ни тиклем матурҡараһа, атай-әсәйҙәрҙең шул тиклем оҙаҡ йәшәгәндәренә лә инандыҡ тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Сөнки йән тыныслығын бер ни менән дә сағыштырып булмай. Ә Мөхәмәҙийәровтарҙың тылы ла, ҡанаттары ла ныҡ булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: