Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 15:49

Быйыл торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр 3,6 проценттан артмай

Быйыл 1 июлдән Башҡортостанда коммуналь түләүҙәрҙең дөйөм үҫеше 3,6 проценттан артырға тейеш түгел.

Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында һуңғынан алдағы урынды биләй, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының Тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк.
«Дөйөм алғанда, беҙҙең эш граждандар индергән түләүҙәрҙе, шул иҫәптән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе сикләүгә йүнәлтелгән, — тине ул. — Июлдән Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн тарифтар түбәндәгесә арта: һыу менән тәьмин итеү — 2,98%, һыу бүлеү — 2,18%, йылылыҡ энергияһы — 3,16%, электр энергияһы — 5,05%, газ — 3%».
Читайте нас: