Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2020, 15:05

“Ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ!

22-23 ғинуарҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә "ҡыҙыу линия" эшләй. Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала.

Был көндө табиптарҙан түләүһеҙ консультация алырға мөмкин. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары ойоштора.
8-800-7000-183 телефоны аша шылтыратып, айыҡ йәшәү рәүеше, эскеселек, наркомания, эскеселектән дауаланыуға бәйле һорау бирергә мөмкин, ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева.
Белгестәр ҡайҙа профессиональ ярҙам алырға мөмкинлеген, дәүләт медицина үҙәктәре бушлай, шәхси дауаханалар түләүле нигеҙҙә ниндәй хеҙмәттәр күрһәткәнен аңлатып бирәсәк. Табиптарға рус, башҡорт, татар телдәрендә мөрәжәғәт итергә була.
Фото BASH.NEWS
Читайте нас: