Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2020, 14:14

МИН ӨШӨЙӨМ… (Элек яҙған поэманан өҙөк)

Мин өшөйөм. Йән ғазабыҮҙәккә үтеп инә.Әллә нисәнсе Яңы йылТағы ла һинһеҙ килә.

Ҡар бөртөктәре бейейҙәр
Күҙҙәрҙе ҡамаштырып,
Яҙмыш бурандары беҙҙе
Айырҙы аҙаштырып...
Яңы йылды яҡынайта
Яңғыраған тост ҡына,
Ер әйләнә, йәнем генә
Күсәренән ысҡына.
Һинле донъям. Һинһеҙ донъям
Барыһына сик ҡуя.
Яҙмыш аяуһыҙ булһа ла,
Йәшәүҙән һуң кем туя?
Тере йәнгә һәр ҡайҙа ла
Йәшәргә бит көс кәрәк.
Тормош упҡынынан шулай
Кеше ҡалҡа өҫкәрәк.
Яҙҙар етә. Ыласындар
Осора балаларын.
Ҡош Юлында онотола
Донъяның болалары.
Яҙмыштарҙы үҙгәртергә
Имселәргә барайым.
Эстән генә кешеләргә
Бәхет юрап ҡарайым.
Шөкөр итәм бәхетнамә,
Ярым-ярты булһа ла,
Йылмайып бағам донъяға,
Күңелдәрем тулһа ла.
Теҙләнмәйем. Төкөрмәйем,
Уртымда ҡан булһа ла.
Бәреп сыҡҡан йән тирҙәрем
Ергә тамған булһа ла.
Һыр бирмәйсә йәшәй бирәм
Үҙемсә тормош көйләп.
Ил тарҡалғас, күргәндәрҙе
Бөтөрөп булмай һөйләп.
Яуызлыҡты юҡ итергә
Ҡулыбыҙҙан килерме?
Беҙҙән һуң килгән быуындар
Аҡбуҙатта елерме?
Аҡ ыласын осоп бара
Ҡулымды ҡалдым болғап,
Күңелемде аҡ уйҙарым
Тағы ла алды сорнап.
Бәхетһеҙлек, бәхете лә
Кешенең үҙенәнме?
Сабырлыҡтың алтын төбө
Сыҙамлыҡ-түҙемдәнме?
Сабыр ҙа булып ҡараным,
Ымһынып үрелмәнем.
Бәхеткә ынтылған йәнем
Әле лә һүрелмәне.
Офоҡҡа йәшенгән бәхет
Күҙгә күренмәлеме?
Йыһан киңлегендә йөҙөп
Ергә түгелмәнеме?
Теге донъяла барҙыр ул,
Фанилыҡта булмағас.
Өсмөйөшлө донъяларҙа
Әҙәм, һауа, алмағас.
Бешкән алма ҡабып ҡына
Гонаһтарға батылды.
Үрҙән ебәргән бәхет
Селпәрәмә ватылды.
Әле булһа ҡотолманым
Ярсығынан, валсыҡтан.
Яһалма бәхетемде лә
Әүәләйем балсыҡтан.
Мин генәме Ер йөҙөндә
Керпек ҡаҡмай йонсоған?
Бәхетле булмаған килеш,
Бәхетемдән тонсоғам.
Үҙ ҡулдары менән яҙа
Кеше үҙ яҙмыштарын.
Ҡайһы ерҙә абынғанмын,
Ҡайҙа яңылышҡанмын?
Үҙ хатамды үҙем беләм,
Бар ғәләм беләлер ул.
Һәр кем тәүбәһенә килеп
Бер тапҡыр үләлер ул.
Һәр кешенең үҙ үлсәме
Маҡсатҡа ынтылғанда,
Тормош түмәрен ярғанда,
Уртаға һынды балта.
Балта һабын һапларлыҡ та
Ир-ат ҡалманы янда.
Бала саҡтағы хыялым
Һаман бутала аңда.
Хыял һәм ысынбарлыҡтың
Айырмаһын аңларлыҡ
Йәшкә етелгән бит инде,
Теүәл аҡыл һайларлыҡ!
Йәшлек иҫәрлеге беҙҙе
Ғүмер буйы оҙата.
Һандуғастың һуҙған моңо
Йөрәктәрҙе һыҙлата.
Урмандағы балан тәме
Әсеттерә иренде.
Саукалыҡтан сабып килгән
Болан башы күренде.
Дыуамал йәшлек шәүләһе
Шул болан күҙҙәрендә.
Әллә минән ҡурҡып ҡасты
Тауҙарҙың үрҙәренә.
Ул юғалған тау артында
Томанлы билдәһеҙлек.
Арауыҡтар табылмаған
Бәхеткә тиңләшерлек.
Ә кем белә, бәхетнамә,
Бәлки, эргәләлер ул.
Сабыйлы бишек эленгән
Сөйҙә тирбәләлер ул.
Сөй төшмәҫлек ҡағылғанмы?
Һәр кем үҙе беләлер.
Исеме ҡушылған саҡта
Ҡолағына эләлер.
Исемгә бәйлеме бәхет?
Башватҡыслы йомаҡмы?
Бикле билдәһеҙлектәргә
Асҡыс тапмаҫ йоҙаҡмы?
Тура килтерәм йоҙаҡҡа
Асҡыслы донъя серен,
Мине тапаған йәрҙең дә
Хаталарын кисереп...
Урыҫ әйтмешләй, ебәрәм
Донъяуи гонаһтарын.
Күҙ йәштәренән ҡалтырай
Ҡыҙарған яңаҡтарым.
Мин – бәхетле, кешеләрҙең
Күңелен таҙарталһам,
Бикле билдәһеҙлек аша
Донъяны үҙгәрталһам.
Уй-хыялдан ғына тормай.
Донъяларҙың асылы.
Ҡай саҡ һәләкәткә илтә
Юғары ҡан баҫымы.
Ҡыҫҡармаһын өсөн Ерҙә
Бер бирелгән ғүмерҙәр.
Бысраҡ ятмаһын йәшенеп,
Таҙа булһын күңелдәр.
Күңел сафлығы Ер шарын
Бәләләрҙән ҡотҡарыр.
Сөйгә эленгән бишектәр
Киләсәккә ҡот һалыр.
Мөхәббәт аша килгән ҡот
Йән тыныслығымы ул?
Беҙ белмәгән билдәһеҙлек,
Үлгәс, ҡурҡынысмы ул?
Ерҙәге йәшәү ҡиммәтле,
Хәйер, кемгә нисектер.
Балалар үҫеп еткәнсе,
Әжәлемде кисектер?!
Шуны һорайым Хоҙайҙан,
Баҫмаһам да намаҙға,
Бәхетле йәшәп ҡарарға
Ышаныс бир бер аҙға.
Бүлешкәндә өлөштәргә,
Өлөшсәне кәметмә!
Мин дә Алла бәндәһе бит,
Мин дә лайыҡ бәхеткә.
Ус төбөндәге бәхетте
Һис ысҡындырмаҫ өсөн
Кеше бары үҙе генә
Һалырға тейеш көсөн.
Көсөн аҡылына бәйләп
Үҙгәрткәндә яҙмышты,
Һәр ваҡыт табырға була
Яҙмыштарҙан уҙмышты.
Мең тапҡыр ҡабатланғанды
Мең дә беренсе тапҡыр
Ҡабатлаһаң – хәҡиҡәттең
Бәндә асылын табыр!
Римма ЮРМАТЫ.
Читайте нас: