Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 15:40

Хакимиәткә белгестәр кәрәк

Ҡала хакимиәтенә ике белгес талап ителә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге начальнигы, шулай уҡ опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡтың 2-се секторына әйҙәүсе белгес.

Улар конкурс нигеҙендә ҡабул ителә. Был урындарға конкурс индивидуаль һөйләшеү юлы менән үткәрелә.
Конкурс 11 февралдә 16.00 сәғәттә ҡала хакимиәтенең 301-се бүлмәһендә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 32-се йорт) үткәрелә. Документтарҙы 10 февралгә тиклем ҡала хакимиәтенә 224-се бүлмәгә 16-00 сәғәттән 17-30 сәғәткә тиклем эш көндәрендә килтерегеҙ.

Белешмә өсөн телефондар: 22-20-46, 24-51-87.
Читайте нас: