Фестиваль сиктәрендә ҡалаға республиканың 7 муниципалитетынан – Салауат ҡалаһынан, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Стәрлебаш һәм Көйөргәҙе райондарынан ижади коллективтар килеүе көтөлә. Ике көн дауамында улар тематик күргәҙмәләр ойоштороп, концерт менән сығыш яһаясаҡтар.
Сараны 25 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да Ишембай районы башлап ебәрә, сәғәт 12-лә Стәрлетамаҡ районы, 16.00 сәғәттә – Салауат ҡалаһы, ә 18.00 сәғәттә Ғафури районы коллективы сығыш яһаясаҡ.
Ә 26 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-да фестивалде Ауырғазы районы башлап ебәрә, сәғәт 12-лә – Стәрлебаш районы, 15.00 сәғәттә – Көйөргәҙе районы. Ә Стәрлетамаҡ фестивалде ҡабул итеүсе булараҡ, был көндө 17.00 сәғәттә сығыш яһай.
Ә Стәрлетамаҡ эстафетаны Еңеү штандарты менән Яңауыл районына тапшырасаҡ. Фестивалдең гала-концерты Еңеү көнө алдынан Өфөлә уҙғарыла. Йомғаҡлау концертына иң яҡшы номерҙар ғына һайлап алынасаҡ.
Фестиваль Ҡала мәҙәниәт һарайында (Октябрь проспекты, 35) үтә. Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!