Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2020, 18:00

ЙӘШ САҠ – ЙӨРӘК ЕЛКЕНЕП ТИПКӘН САҠ!

Кеше ғүмеренең иң күңелле осоро – студент йылдарын кем генә һағынып иҫкә алмай икән? Тимәк, был көн – төрлө уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың һәм студент йылдары артта ҡалғандарҙың да уртаҡ байрамы. Студент тормошоноң беренсе һабаҡтары, тәүге һөнәри белемдәргә төшөнөү, һис шикһеҙ, ошо йылдар менән бәйле. Өмөт-ышаныстар һәм романтик мауығыуҙар осоро ғына түгел, етди эштәр осоро ла әле ул. Карьера үҫешенә, һөнәри уңыштарға, ғаилә ҡороуға, шәхси ынтылыштарға тап ошо ваҡытта нигеҙ һалына.

Башҡортостан сауҙа һәм ҡунаҡсыллыҡ колледжы студенттары ла был миҫалдарҙан ситтә түгел. Беренсе курсҡа килеүселәр студент тормошона төшөнә генә башлаһа, араларында ҡала шарттарында практика үтеүселәр, һуңғы курсҡа етеп, диплом тотоп сығырға әҙерләнеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, үҙен йәмәғәт эштәрендә лә күрһәтеп ҡала студент, был иһә күпселек осраҡта уҡыу йортондағы ирекмәндәргә тура килә. Мәҫәлән, оло йәштәгеләргә өйҙәрен йыйыштырышыу, ма-газиндан кәрәк-яраҡтар алып килеү, мөмкинлектәре сикле балаларға байрам саралары ойоштороу. Ә ҡала күләмендә үткән фестивалдәрҙә, форумдарҙа, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашҡан «Инсайт» ирекмәндәр отряды вәкилдәрен (һүрәттә) Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге яҡшы белә һәм һәр ваҡыт маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән дәртләндереп тора.

Уҡыу йортонда әлеге мәлдә 564 студент өс йүнәлеш буйынса белем ала. Бында буласаҡ ашнаҡсы-кондитерҙар, һатыусы-контролерҙар, кассирҙар, йәмәғәт туҡланыуы технологтары һөнәри белем үҙләштерә. Колледждың уҡытыу һәм тәрбиә биреү буйынса мөдире Алина Хәсәнова һүҙҙәренсә, был уҡыу йортон һайлаусы егет һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең һөнәре буйынса эшкә урынлашып, ресторандарҙа, кафеларҙа, ашханаларҙа эшләй, шулай уҡ был өлкәлә үҙ эшен асып ебәреүселәр ҙә бар.
Студенттар фәнни олимпиадаларҙа, спортта ла уңыштарға өлгәшеп торалар. Шуныһы үҙенсәлекле: сауҙа һәм ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә уҡып йөрөгән студенттар тәбиғәтте һаҡлау һәм социаль проекттар яҡлы. Шуға ла улар ҡала биләмәһен, йылға ярҙарын таҙартыуға әүҙем ҡушыла. Ирекмәндәр отрядының лидеры 4-се курс студенты Мәннәнов Тимур үҙе буласаҡ кондитер, шуға ҡарамаҫтан, уҡыуҙа ла өлгөрә, үҙе кеүек йәштәрҙе йәлеп итеп, төрлө өлкәлә йәмәғәт эштәрен ойоштороу һәләтенә лә эйә. Ирекмән кондитерҙы күргән юҡ ине әлегә, ундайҙар ҙа бар икән. Эйе, һөнәр генә түгел, күңелдә ятҡан уйҙарҙы, проекттарҙы башҡарғылары килә йәштәрҙең.
Барлыҡ студенттарҙы, студент йылдарын һағынып иҫкә алыу-сыларҙы байрам менән ҡотлайбыҙ. Күңелдәрегеҙ һәр саҡ шулай йәш булып ҡалһын!

Автор фотоһы.
Читайте нас: