Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2020, 13:30

Үткән йылғы эшкә йомғаҡ яһап…

Эске эштәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәренең активында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм ағымдағы йылға пландар билдәләнде.

Сараны БР Эске эштәр министры Роман Деев алып барҙы. Шулай уҡ активта ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, Стәрлетамаҡ буйынса прокурор Станислав Петров, РФ Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, Стәрлетамаҡ ҡала суды рәйесе урынбаҫары Вилмир Хөснөтдинов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов һәм башҡалар ҡатнашты.
Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралыҡ начальнигы, полиция полковнигы Илдар Хөрмәтуллин идаралыҡтың үткән йылғы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Илдар Юлай улы белдереүенсә, уларҙы ыңғай баһаларға була. 2019 йылда ҡалала 4,6 меңдән ашыу енәйәт эше һәм 6,3 меңдән артыҡ административ хоҡуҡтарҙы буҙоу тураһында эштәр ҡуҙғатылған. Шулай ҙа, енәйәтте асыу буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. 192 ҡаты һәм айырыуса ҡаты енәйәт ҡылынған һәм уларҙы асыу 100 процент асыҡланған. Бынан тыш 195 иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәр башҡарылған.
БР Эске эштәр министры Роман Деев Стәрлетамаҡ буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығына хеҙмәт эшмәкәрлеген ойоштороу, кадрҙар мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүлеү кәрәклеген билдәләп үтте, сөнки Эске эштәр министрлығы идаралығының күп бүлектәренә кадрҙар етешмәүе һиҙелә.
Ҡала прокуроры Станислав Петров һәм Тәфтиш бүлеге етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин енәйәтте асыу үҫешен билдәләп үттеләр. Шул уҡ ваҡытта наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле енәйәттәрҙе асыуға нығыраҡ иғтибар бирергә, коррупцияға ҡаршы йүнәлештәге енәйәттәрҙе асыҡлау буйынса эште әүҙемләштерергә саҡырҙы Станислав Анатольевич.
Хакимиәт башлығы Владимир Куликов Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығында эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерҙе.
- Полиция алдында бөгөн күп бурыстар тора: граждандарҙың хоҡуғын һәм иркен (азатлығын), милкен яҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, терроризм һәм экстремизм күренештәре менән көрәшеү һәм башҡалар. Быларҙың барыһын да һеҙ юғары профессиональ һәм оператив үтәйһегеҙ, - тине Владимир Иванович. Ул шулай уҡ Стәрлетамаҡта булдырылған полиция кластарына ла иғтибарҙы йүнәлтте, был кластарҙан сыҡҡан белгестәр киләсәктә полиция сафтарын тулыландырасаҡ тигән ышаныс та белдерҙе. Һуңынан хакимиәт башлығы Эске Эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралыҡта эшләүсе алдынғы хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сара барышында идаралыҡтың йәмәғәтселек советы етәксеһе Алексей Дмитриев һәм идаралыҡтың ветерандар советы рәйесе Людмила Кузьмина үҙҙәренең эш йүнәлештәре тураһында һөйләһә, ә ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов 2020 йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе булған – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек барышы менән таныштырҙы һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен дружинниктар менән тығыҙ бьәйләнештә эшләргә саҡырҙы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: