– Билдәләнгән датаға тиклем контроль-касса аппараттары менән файҙаланмағандарға 1 июлдән штрафтар һала башлаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә беҙҙең бурыс – был федераль законға ярашлы талап булыу тураһында иҫкәртеү, аңлатыу эше алып барыу.
Автобустарҙа контроль-касса аппараттары ҡулланмаған өсөн штраф күләме беренсе тапҡыр 30 мең һум, ҡабаттан тотолған осраҡта – 1 млн һум.
Транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, иҫкәртеү саралары ыңғай һөҙөмтә бирә. Легаль булмаған пассажир ташыусылар кәмей, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 50 меңдән ашыу материал теркәлгән. 218 автобусҡа арест һалынған. Төпкөл ауылдарҙы район үҙәктәре менән тоташтырыусы маршрут селтәре барлыҡҡа килде. Маршруттар халыҡ фекеренә ярашлы көйләнә.
– Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә өҫтөнлөк биреүсе пассажирҙар һаны арта. Был бер яҡтан - уңайлы, икенсе яҡтан, аҡса әйләнеше, пассажир ташыусыларҙың бюджетҡа һалым түләүе ап-асыҡ, – тип аңлатты Тимур Мөхәмәтйәнов.