Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2020, 13:31

Стәрлетамаҡ - икенсе урында!

Башҡортостанда ҡала һәм ауыл биләмәләрен Яңы йыл байрамына биҙәү буйынса конкурс иғлан ителгәйне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә конкурста еңеүселәр билдәле булды.

Ҡалалар араһында беренсе урынды Өфө һәм Нефтекама бүлешһә, Стәрлетамаҡ – икенсе, ә өсөнсө урынды Туймазы ҡалаһы яуланы.
Ә ауыл биләмәләре араһында беренсе урын Илеш районына, икенсе урын - Тәтешлегә, ә өсөнсө урын Ҡариҙел районына бирелде.
Призерҙарға аҡсалата премия тапшырыла: 1-се урынға – 500 мең һум; 2-се урынға – 200 мең һум; 3-сө урынға 150 мең һум. Был аҡсалар ҡаланы төҙөкләндереү өсөн йүнәлтеләсәк.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев һүҙҙәре буйынса, республикала бөтәһе 800-ҙән ашыу үҙәк ҡаласыҡтар, ә сауҙа үҙәктәрендә, клуб һәм белем биреү учреждениеларында, парктарҙа скверҙарҙа 100-ҙән ашыу майҙансыҡтар эшләгән. Конкурста ҡатнашыу өсөн 45 муниципалитет заявка биргән.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров конкурста еңеү яулаған ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына рәхмәт белдереп, киләһе йылда еңеүселәргә аҡсалата премияның күләмен арттырырға тәҡдим итте.
Читайте нас: