Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2020, 12:40

ОЯТ ТҮГЕЛМЕ?

Аҙ-маҙ Һинең менән күрешкәнеҮҙен-үҙе даһиламаҡ була,Ҡулъяҙмаңды уңға-һулға болғап,Яҡыныңды яһилламаҡ була.


Алтмышының аръяғына сыҡҡан
Хәтерендә аяҡ йыуҙырмаҡсы,
Мостайын да, Бикбайын да ҡушып,
Шағирә, тип фекер тыуҙырмаҡсы.
Бөйөктәрҙән-бөйөк һүҙҙәр һөйләп
Ҡала мәктәптәрен урап сыҡты.
Ялған һүҙҙән хатта ер ерәнеп,
Февраль аҙағында буран сыҡты.
Имандарын һатҡан ҡәләмдәштәр
Һәр заманда булған, буласаҡмы?
Һинең һымаҡ тел ҡәҙерен белгән
Меңгә берәү генә тыуасаҡмы?
Көтөү-көтөү «дуҫ-иштәрең» хәҙер
Күләгәңә йөрөй эйәреп шул,
Намыҫ боҙоп хәтер тапалғанда
Көймәҫ ерҙәреңдән көйөрһөң шул!
Тәмәкене бергә көйрәткәндәр,
Бер табында күмәк ултырғандар,
«Этлек» ҡылғаны ла баҫмаларҙы
Хәтирәләр менән тултырғандыр.
Хәтер һандығының төптәренән
Килеп сыға «ағы», «ҡараһы» ла…
Йылдар үтеү менән баҫылырмы
Киткәндәрҙең йөрәк яраһы ла?!
Читайте нас: