Радий Хәбиров кисә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара совет ултырышы үткәрҙе. Бында ҡатнашыусылар юл фажиғәләренең төп сәбәптәрен барланы һәм авариялар һанын кәметеү саралары хаҡында фекер алышты.
Республиканың ЮХХДИ етәксеһе Динар Ғилметдинов ғинуар күрһәткестәре менән таныштырҙы. Был айҙа юлда 41 кеше үлгән. Былтырғыға ҡарғанда һигеҙгә күберәк. Барлығы 276 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Шуларҙың 171 осрағы юлдарҙың насар булыуына бәйле. Трасса йә таҙартылмаған йә юл билдәләре күренмәгән.
Күп үлемгә лә юл торошо сәбәпсе булған. Өҫтәүенә, беҙҙең юлдарҙы хеҙмсәтләндереүсе техника паркы иҫке һәм бөтә эште башҡарырға өлгөрмәй.
БР Башлығы махсус техника алыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Юлдарҙа етмәгән билдәләрҙе лә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ошо һәм башҡа темалар күсмә "Транспорт сәғәте"ндә ҡараласаҡ.
– Нужно сбить волну роста смертности на дорогах республики. Для меня это очень серьёзный вызов. Мы должны ориентироваться на то, чтобы количество погибших за год не превышало 400 человек - тип етди белдерҙе Радий Хәбиров.
Беләһегеҙ, илдә "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаттары ла мөһим һәм етди.
Фото: БР Башлығының рәсми сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова