Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2020, 11:28

Бөтәбеҙ ҙә – ҡышҡы өмәгә!

Кисә ҡала хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында 4 һәм 5 февралдә ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрергә ҡарар ителде.

Ултырыш барышында аномаль һауа шарттарына бәйле ҡаланың барлыҡ коммуналь хеҙмәттәре һәм идарасы компаниялар көсәйтелгән режимда эшләргә тейеш, тип билдәләне ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов.
Кисә ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға 70 берәмек техника һәм 100-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде. Көн дауамында ҡала урамдарынан 1100 тонна ҡар сығарылған. Юл-йәшелләндереү эштәре буйынса ремонт-төҙөлөш идаралығы юлдарҙы тәүлек әйләнәһенә таҙарта.
Хакимиәт башлығының күрһәтмәһе буйынса, ҡар таҙартыуға ҡала предприятиелары, учреждениелары, шулай уҡ сауҙа объекттары ҡушылды. Күп фатирлы йорттар биләмәһен ҡарҙан таҙартыу эштәрен идарасы компаниялар һәм торлаҡ милекселеге ширҡәте башҡара. Ә йәштәр ойошмалары вәкилдәре һәм ирекмәндәр шәхси секторҙа йәшәгән ветерандарға ярҙам итте.
Ҡышҡы өмә ҡалала бөгөн дә дауам итә.
Читайте нас: