Был көндәрҙә ҡаланың барлыҡ коммуналь хеҙмәттәре һәм идарасы компаниялар көсәйтелгән режимда эшләне.
Хакимиәт башлығының күрһәтмәһе буйынса, ҡар таҙартыуға ҡала предприятиелары, учреждениелары, шулай уҡ мәғариф һәм сауҙа ойошмалары, мәҙәни һәм дини учреждениелар, сауҙа объекттары ла ҡушылды. Ә йәштәр ойошмалары вәкилдәре һәм ирекмәндәр шәхси секторҙа йәшәгән ветерандарға ярҙам итте.
Ике көндә лә өмәгә 70 берәмек техника һәм 100-ҙән ашыу кеше йәлеп ителде. Көн дауамында ҡала урамдарынан 2 мең тоннаға яҡын ҡар сығарылды. Шулай уҡ юлдарға һәм тротуарҙарға 67 тонна боҙлауыҡҡа ҡаршы ҡатнашма һәм 6 тонна ҡом һибелде.
хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп иткән.
31-се мәктәп уҡыусылары мәктәптә генә түгел, шефҡа алған 94-се балалар баҡсаһы биләмәһендә лә ҡар көрәне. Ә ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре балалар поликлиникаһы территорияһындағы юлдарҙы ҡарҙан таҙартты. Ҡар таҙартыуҙа халыҡтың ҡатнашыуы ҡала өсөн оло ярҙам булды, тип билдәләне хакимиәт башлығы Владимир Куликов.