Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Февраль 2020, 19:10

Бурысыңды түләнеңме?

Стәрлетамаҡта “Бурыслы” операцияһы башланды. Ул 20 февралгә тиклем дауам итә.

Был иҫкәртеү сараһы Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығы инициативаһы менән үткәрелә. “Бурыслы” операцияһы 60 көнгә тиклем административ штрафтарын түләмәгәндәрҙе һәм административ язаны башҡарыуҙан баш тартыусыларҙы иҫкәртеү маҡсатында ойошторола.
Һорауҙарығыҙ булһа, административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса бүлексәгә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Геологтар урамы, 2”м” йорто, 1-се ҡат, 9-сы бүлмә, тел.: 8(3473) 20-45-21; ЮХХДИ штрафтары буйынса – тел.: 8(3473) 20-45-91.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ идаралығы.

Читайте нас: