Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2020, 13:00

“Инкруизес!”: Шәп бизнесмы, әллә халыҡтан аҡса һығыу алымымы?

Тәәк, тиҙ генә аҡса йыя һалығыҙ ҙа мин сит илгә ял итергә китәм. Һеҙ ултырып тороғоҙ, бик тә сәйәхәт итергә теләһәгеҙ, минең кеүек эшләгеҙ. Башҡаларҙан аҡса йыйып алығыҙ ҙа сит илгә һыпыртығыҙ. Тик был аҡыл өйрәткән өсөн миңә әҙерәк түләргә кәрәк буласаҡ. Һуңғы арала бар илде, шул иҫәптән республика халҡын да ҙур бер пирамидаға йыйған ойошманың эшмәкәрлеген ҡыҫҡаса шулайтып тасуирларға мөмкин.

Пирамида... Рәсми билдәләнмәгән, әммә халыҡты туплау алымы тап ошо ысулға ҡоролған. Халыҡ аҡса йыя, ә юғарылағылар байый. Йәнәһе лә сәйәхәткә аҡса туплайбыҙ. Тик бына бер кемдең дә шул уҡ сәйәхәткә хаҡты турист агентлыҡтары аша белешеп ҡарағаны ла юҡ. Беҙ белештек. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ҡыҙыҡһынды.
Италия, Испания һәм башҡа дәүләттәр. Әлфиә Ишмөхәмәтова өсөн 2019 йыл иҫтәлекле сәфәрҙәргә бай була. Сәйәхәт итергә яратҡан ҡыҙ лайнерҙа бер нисә сит илде урап сыға. Төҙөлөш компанияһында инженер булып эшләйем, әммә хеҙмәт хаҡына ғына донъя гиҙеү мөмкинлеге юҡ. Хыялымды тормошҡа ашырырға "Инкруизес" сәйәхәтселәр клубы мөмкинлек бирҙе, ти ул.
Әлбиттә, бөтөнләй бушҡа түгел. Инкруизестың үҙ лайнерҙары юҡ, ул бары тик аралашсы ролен үтәй, йәғни сәйәхәтселәр клубы. Ағзаларына сәфәрҙәргә ташлама яһай, шулай уҡ кешеләр саҡырып аҡса эшләргә лә мөмкин. Ағзалар үҙҙәре ай һайын 100 доллар, беҙҙең аҡса менән 6 мең һумдан ашыу иғәнә түләй. Круиз клубы был сумманы үҙ иҫәбенә ике тапҡырға арттыра. Тәүге йылда был баланстың 60 процент суммаһын ҡулланырға мөмкин, артабан йыл һайын ул арта бара. Клубҡа кешеләр саҡырғанда бушлай сәйәхәт итергә, хатта аҡса эшләргә лә була. Сибайҙан эшҡыуар Лилиә Байсыуаҡова хеҙмәт хаҡы ала башлаған да инде.
Круиз клубының төп маҡсаты күберәк кешеләр йәлеп итеү . Өфөнән "Смаковлар" командаһында ғына меңдән ашыу кеше, улар республикалағы берҙән-бер төркөм түгел. Компания ҡағиҙәләренә ярашлы ағзаларға хеҙмәт хаҡы, круизға билет суммаһы, ташламалар хаҡында мәғлүмәт биреү тыйыла. Әммә интернет селтәрендә мәғлүмәттәр етерлек. Клубта ете ранг бар, иң түбән хеҙмәт хаҡы маркетинг директорҙа, 30 мең һум тирәһе. Милли директорҙар миллион, ә бына иң юғары ранг – директорҙар советы ағзалары 6 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Йәнәһе лә, рәхәтләнеп сәйәхәт итергә лә, аҡса эшләргә була.
Тик белгестәр фекеренсә, барыһы ла улай шыма ғына, әкиәттәге һымаҡ түгел. "Инкруизес"та иҫ киткес бер ниндәй ҙә мөғжизә юҡ. Хатта, сәйәхәттәр ойоштороу ҙа ябай халыҡтың башын әйләндереү өсөн генә. Төп маҡсат-күберәк ағзалар йәлеп итеү, иғәнәләр йыйыу. Йәғни, барыбыҙға ла таныш пирамида системаһы.
Инкрузес сәйәхәтселәр клубының эшмәкәрлеге пирамида системаһына, йәғни кешеләр саҡырыуға ҡоролған. Тик был мәңге торған Мысыр пирамидалары түгел. Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә, ҡасан да булһа пирамидалар селпәрәмә килә, билдәле компаниялар ҙа юҡҡа сыға. Был осраҡта инде хәрәкәткә тәү ҡушылғандар ғына ота, ә бына һуңғылары тишек кәмәлә ултырып ҡала.
Тимәк, компания ағзаларҙың иғәнәләре иҫәбенә йәшәй. Был ағым туҡтала икән, клубҡа ла кислород ябыла. Иҡтисадсы Илдар Ғәбитов әйтеүенсә, еңел юл менән байырға теләү һәр заманға ла хас күренеш, кеше был ваҡытта эҙемтәләр тураһында уйларға ла теләмәй.
Тәү ҡарашҡа "Инкруизес"ты туристик фирмалар менән сағыштырырға мөмкин. Шулай уҡ аралашсы ролен үтәй. Әммә операторҙар әйтеүенсә, айырыма ҙур. Туристик фирмаларҙа страховка ҡаралған, юлламаға порт йыйымдары, виза, самолетта осоу, йәғни бөтә сығымдар ҙа инә. Тик хаҡтар артыҡ айырылмай, хатта түбән булыуы ла мөмкин. Шулай уҡ балаларға бушлай, йыш ҡына ташламалар була. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта Дубайҙан бер аҙналыҡ круиз 35 мең һум тирәһе тора. Сәйәхәтте үҙең теләгән ваҡытҡа һайларға мөмкин.
Ә бына Инкруизеста һалынған иғәнәләр кире ҡайтарылмай, йәғни тур менән бер тапҡыр ғына файҙаландың да клубтан сыҡтың түгел. Был осраҡта инде аҡса юғала. Хатта, 2-3 айҙан кире уйлаған осраҡта ла. Беҙҙең репортаж геройы һымаҡ.
Ә ғәҙеллек талап итеү кәбән араһынан энә эҙләү менән бер, сайттағы мәғлүмәттәргә ярашлы, компания Америкала теркәлгән, ә бәйләнештәр өсөн өс адрес күрһәтелгән, Флорида, Андорра, Пуэрто Рико. Йәғни бәхәсле һорауҙарҙың Андорра суды ҡарамағына сығарылыуы ла ихтимал, ә унда инде закондар башҡа.
Р.Кәримова.
Читайте нас: