Ведомство был тәҡдим менән сығып техниканы тикшереү процессын камиллаштырыуға ниәтләй. Техниканы тикешереү үтеү тураһындағы мәғлүмәтте фальсификациялау осраҡтарын булдырмау һәм автомобилдәрҙең техник торошона сифатлы тикшереү тьәмин итеү, проекттың маҡсаты булып тора.
Эске эштәр министрлығы фекеренсә, был алым авариялар процентын кәметергә мөмкинлек бирәсәк.
Техник тикшереүҙе мәжбүри фото төшөрөү тураһындағы закон быйыл 8 июндән үҙ көсөнә инә. Уны үткәреүҙе контролдә тотоу вәкәләттәре Эске эштәр министрлығына йөкләнгән.