Көнләшеүҙе контролдә тотоп буламы икән? Булалыр, тип уйлайым. Әгәр һин үҙеңдең көнсөллөгөңдө ысынлап аңлаһаң, ҡылыҡтарыңды анализлай алһаң, бының үҙеңә һәм эргәңдәгеләргә тигеҙгән зыянын таныһаң. Әгәр һин был тәңгәлдә үҙгәрергә, яҡшыраҡ булырға теләһәң, яратҡан кешеңде яныңда тотҡоң килһә. Әммә көнләшеүсе бик һирәк осраҡта үҙенә ситтән ҡарай, баһалай ала. Уларҙың күптәре был ғәйепте партнерына (иренә, ҡатынына) һала: һин көнләштерәһең...
Атайымдың үтә лә көнсөл кеше булыуы тураһында яҙғаным булды инде. Уның был ғәҙәте үҙен үлгәнсе лә ташламаны. Хәтере юғалды, балаларын танымаҫ булды, көс-кәре китте, әммә көнләшеүе үтмәне. Әбейе менән ҡала фатирында бишенсе ҡатта ултыралар, үҙ аллы төшөп йөрөр, урамға сығыр хәлдәре юҡ, бөтөн әүрәүҙәре килгән-киткән балалары-ейәндәре лә, телевизор. Әсәйем төрлө тапшырыуҙар ҡарай, астрономия ла, тарих та, сәләмәтлек каналдары ла ҡалмай. Шуларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы нәмәләрен конспектлап ултырған була – йәнәһе, балаларына файҙаланырға бирә. Ә атайым уны шул телевизорға көнләшә икән))) Йә тора килеп ҡапыл шнурынан тартып һүндерә, йә бөтөнләй ҡабыҙырға рөхсәт итмәй, йә шундағы артистарға, алып барыусыларға ҡушып ирешә. Яһиллана-яһиллана ла, үҙенең был ҡылығының хаттин ашыу икәнен аңлап китһә лә, ғәйебен танымай, әбейенең арҡаһынан ҡағып: “Бына бит, һөйөп кенә торам, нишләп яттарға ҡарайһың һуң?” тип телевизорға иҙәп күрһәтә, ти. Быны ишеткән беҙ нимешләйбеҙ инде – көләбеҙ. Ә бит ысынында бер ҙә көлкө түгел. Шул көнсөллөктө күтәргән кешегә лә, хатта көнләшеүсенеү үҙенә лә рәхәт түгел.
Нимә ул көнләшеү һәм ул ниндәй хис-тойғоларҙан тора? Көнләшеү ул бер-береһенә ҡапма-ҡаршы булған йөҙ төрлө кисерештәр гаммаһы. Үҙ-үҙеңә ышанмау – түбән үҙбаһа арҡаһында йәки ысынлап партнерынан түбәнерәк интеллекта булыу, физик, мораль яҡтан кәмерәк итеп тойоу. Ҡурҡыу – яңғыҙ ҡалыуҙан, ташлап ҡалдырылыуҙан, файҙаланып ҡына ҡуйыуҙарынан ҡурҡыу. Ғорурлыҡ (тәккәберлек) – һине берәү ҙә алдай, һата йәки һинең комфорт зонаңды ҡыйрата алмаҫҡа тейеш, тигән уйҙан. Көнсөллөк – партнерыңдың уңышлыраҡ, файҙалыраҡ булыуынан, уға иғтибар күплектән. Эгоизм – икенсе кешене үҙеңдең шәхси милкең итеп ҡарау, үҙеңә генә яҡшы булыуын теләүҙән, башҡаларҙы баҫып, уның энергияһын һурып алып туҡланыуҙан.
Көнләшеү ҙә төрлө йәшкә һәм төргә ҡарай. Ир балалар күп осраҡта бала сағында әсәһен атаһынан ҡыҙғана. Ике-өс йәштәрҙә үк малайҙар әсәләре янында йоҡлау өсөн, был түшәккә аталарын ятҡырмау өсөн даулаша икән. Ҡатындар ҡырҡ йәштәрҙән үткәс, һулый барғанын тойоп, ошо сараһыҙлыҡты ирен ҡыҙғаныуға юллай. Ир-егет шәберәк, сибәрерәк, үҙенән ниндәйҙер өҫтөнлөгө булған ҡатынын игәй. Был тәбиғи, тиелә, тик сиктән үтмәҫкә тейеш. Тик ул “сикте” нисек билдәләргә һәм тоторға икәнде генә берәү ҙә өйрәтмәй.
Көнләшеүсене маҡтап торорға, йыш уның тураһында һөйләшергә, баһаһын күтәреп, хуплап торорға кәрәк, тиҙәр. Йәки көнсөл кешенең үҙенә нинәйҙер ҡыҙыҡлыраҡ нәмәләр менән мәшғүл булырға, иғтибарын ситкә йәлеп итергә тырышырға. Тик быларҙың ғына ҡотҡармаҫын беҙ беләбеҙ. Бер яҡтан, диндәр (ислам да, христиан да) көнләшеү, ҡыҙғаныу тойоғоларын хуплай. Ул үҙенә тәғәйенде һаҡлау тип билдәләй. Сәнғәт һәм әҙәбиәт көнләшеүҙе мөхәббәттең иң матур төшөнсәләрен тапап китеүсе алама тойғо, тип килә. Психологтар иһә көнсөллөк сәләмәт булғанда мөнәсәбәттәрҙе нығыта, ә нигеҙһеҙ булып, ауырыу формаһына ингәне хәүефлегә әйләнә, тиҙәр. Үкенескә ҡаршы, кеше тап ана шул ауырыуға әйләнгәндә генә был хистәрен йәшерә алмай башлай. Сәләмәт, урынлы көнләшеүҙе беҙ бит күрһәтмәҫкә, белдермәҫкә тырышабыҙ. Ә инде контролдә тота алмаҫлыҡ хәлгә еткәндә ул беҙҙән һорап та тормай – бар яҡшы яҡтарыңды йыуып, ағыҙып ҡына алып китә.
Әле телгә алынған сәләмәт көнләшеү кешегә кәрәк тә ул. Был хис һинең кәрәкле, ҡәҙерле икәнлегеңде лә тойҙора. Мин, мәҫәлән, бала саҡта атайымдың көнсөллөгөнән шул тиклем йонсоған булһам, уның алдында урамдан үтеп барған кешене тәҙрә асып ҡарарға, өй алдында һүҙ ҡушҡан ир-егеткә яуап бирергә, кемдеңдер машинаһына ултырып килеп ҡапҡа алдында төшөп ҡалырға, биҙәнергә һәм башҡа хоҙай ҡушмаған нәмәләрҙә уның уҫал ҡарашынан йәки һүҙенән ҡот осоп ҡурҡҡан булһам, тормошта уның шул ҡылыҡтарын һағынып та киткән саҡтарым булды))) Инәң-сығаң, бараң-ҡайтаң – берәү сикләмәй һине, берәү һинең кейемеңә, ҡылығыңа, ҡарашыңа иғтибар итмәй. Кәрәкмәгәнлек тойғоһонан күңел тулып китә хатта.
Ошоларҙың барыһын уйлаһаң – уйылып китерһең))) Шулай итеп, сәләмәт көнләшеү менән ауырыу көнләшеүҙең сиген нисек тоторға? Фәһемле һәм ҡыҙыҡлы фекерҙәр көтәм.