Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 19:20

Салауат ҡыҙы «Әйҙәгеҙ әле бергәләп!» телешоуында иң юғары балл йыйҙы.

Салауат ҡалаһынан 27 йәшлек Азалия Ғәйнетдинова «Рәсәй» телеканалының «Әйәҙәгеҙ әле, бергәләп!» вокаль шоуында беренсе урынды алды. Ул проект тарихында беренсе тапҡыр иң күп балл - 99 балл йыйҙы.

Азалия иң беренсе булып сығыш яһаны һәм ҡалған сығыш яһаусылар өсөн юғары планка ҡуйҙы. Азалия популяр йыр «Despacito»ны бейей-бейей башҡарҙы.
Башҡорт ҡыҙы сығып баҫыу менән үҙенең төҫ-ҡиәфәте, буй-һыны менән барыһына ла оҡшаны, ә инде йырлап ебәргәс, залдағыларҙың “һушын” алды.
Сергей Лазарев әйтеүенсә, инде күптән ялҡытып бөткән был йырҙы “ене” һөймәгән, ә бына Азалия уның күңел ҡылдарын сирткән. Юлия Савичева ла ҡыҙҙың йырлағанын, бейегәнен һәм үҙ-үҙенә ышанғанлығын оҡшатҡан.
«Әйәҙәгеҙ әле, бергәләп!» - халыҡ менән бергәләп йырлай торған шоу. Ҡатнашыусыларҙың бурысы – хитты Сергей Лазарев етәкселегендәге 100 жюри ағзаһына ла оҡшарлыҡ итеп башҡарыу. Һәм бында һәммәһенең дә аяғүрә баҫып бергәләп йырлағыһы килде. Конкурсант үҙенә эйәртеп күпме тауыш йыя, шул тиклем күберәк мәрәй йыя. Был сығарылышта ике генә вокалсы финалға сыға алды һәм төп приз өсөн дәғүә итә алды: проект кубогы, бер миллион һум һәм йәй көнө беренсе халыҡ фестивалендә үҙ йырыңды башҡарыу хоҡуғы алыу. Азалия конкурс финалына сыҡты һәм хәҙер бер миллион һум өсөн көрәшәсәк.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас: