Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль 2020, 19:00

Һыу шешәһендә... араҡы

Туймазы ҡалаһында туғыҙынсы моделле ВАЗ автомобилен йөрөтөүсене туҡтатып, машинала пластик шешәләргә һалынған алкоголь тапҡандар.

Спирт продукцияһын законһыҙ ташыуҙы Туймазы ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре асыҡлаған. 30 йәшлек Бәләбәй кешеһе 200-ҙән ашыу минераль һыу шешәһенә тултырылған 360 литр суррогатты багажнигында һаҡлаған булған. Ситтән ҡарағанда, шешә эсендә ябай һыу булып күренгән, уның тышында хатта минераль һыу етештереүсенең яҙыуы ла йәбештерелгән. Үҙенең продукцияһын ир кеше легаль булмаған сауҙа нөктәләренә алып барып һатыу маҡсаты менән йөрөткән. Тик “сауҙагәр”гә, бәхеткә күрә, уңыш йылмаймаған, полиция хеҙмәткәрҙәре бөтә шешәләрҙе лә тартып алған. Закон боҙоусы үҙенең ҡылған эшендә ғәйебен таныны. Тикшереү барышында ир кешенең тәүге тапҡыр енәйәт эшенә тарттырылыуы тураһында асыҡлана. Уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 171.3-сө статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас: