Иҫтә ҡалған бер миҫал: Суфия апай (исемен үҙгәрттем) , үҙе 60 йәштәрҙә, 80 йәштәрҙәге әсәһе менән матур ғына йәшәйҙәр ине. Әсәйемдән һорай, улыма ҡалала торлаҡ биргәндәр (яңы өйләнгән ине үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙына), алып китәм ти, нишләргә икән? Әсәйем : “Эй, Суфия, кеше ҡулына ҡалырға өлгөрөрһең әле, насарланһағыҙ-алып китерҙәр, аяҡ-ҡулың иҫән, колхоз ярҙам итеп тора (ул элек “актив “ булды, медале лә бар ине), яңы ғына өйләнешкән балаларға һеҙ бик мәшәҡәтле булырһығыҙ, аралары боҙолор...”-тип кәңәш бирҙе. Барыбер күстеләр, бик оҙаҡ ике комнатлы хрущевкала ике бала булғансы торҙолар. Унан һуң торлаҡтың ҙурын алдылар. Әбей бер 10 йылдарҙан һуң вафат булды. Суфия апай бер үҙе ҡалды, айырым бүлмәһе бар ине; әсәйем, беҙгә килгәндә , уға ла бара ине. Мин дә барып хәйер биреп йөрөнөм. Шуға күрә тормоштарын яҡындан беләм . Апайҙың да, килендең дә үкенгән саҡтары күп булды. Килен өс бала, ике ҡәйнә менән мәш килде. Ә Суфия апай ҡәҙерле бер бөртөк улының әсәһе булып йәшәй белде, хужа -ул. Беренсе ҡарауҙа тыныс торҙолар (барыһы ла бер мөхиттән сыҡҡанғалыр), һыҙланғандарын кешегә күрһәтмәнеләр. Апайҙы ерләгәс, квартирҙарын бүлгәләп улдарына биргәндән һуң, өй хужалары бер-бер артлы йәш көйө теге доньяға күстеләр. Эстән һыҙып,көсөргәнешле йәшәү ғүмерҙе ҡыҫҡарталыр ахыры.
Ҡайһы бер балалар әсәйҙәрҙе ни өсөн үҙҙәре янына ҡалаға алалар? Сөнки уларҙың ҡаланан ҡайтып,утын хәстәрләгеләре, баҡсаны ҡаҙып бирәһеләре, картуфын алышаһылары килмәй, ә былай бер бүлмәгә яп та, кәрәк саҡта ашат (айырымдыр әле ул), керен машинкаға һал...рәхәт, ҡайғы юҡ! Ҡай береһе ҡасан әсәһенең теге доньяға китерен көтөп йөрөй...
Әсәйем был турала башҡаларға кәңәш биреп ултырһа ла, үҙе лә ауылынан күсергә мәжбүр булды. Уны оло апайым менән еҙнәм үҙ ауылдарына алып ҡайтып, айырым өй алып урынлаштырҙылар, йәнәһе, күҙ алдында булһын, тип әсәйҙе ризалаштырғандар. Мин дә аҡса биреп ярҙамлашып йөрөнөм бит әле, сөнки үҙебеҙҙең өй иҫке ине. Шул эште уның үҙ ауылында башҡарырға кәрәк булған беҙгә. Йәш саҡта бер ни ҙә аңламағанбыҙ, ә әсәйем ныҡлап төшөндөрмәгән, барыһын да Аллаһҡа тапшырып өйрәнгән кеше ине шул. Һаман шундағы иҫһеҙлегемә үкенәм. Беҙҙең әсәйҙәргә ҡарата иғтибарһыҙлығыбыҙ, хаталарыбыҙ арҡаһында аҙаҡ әсенеүҙәребеҙҙе мин ерҙәге тамуғ түгелме икән? –тип уйлап ҡуям. Теге доьяла ла яуабын һорарҙар..."Ожмах әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында" -тигән бит Пәйғәмбәр с.ғ.в.
Йәш булған әле ул- алмыштарҙа ғына. Был ауыл халҡы ла уны хөрмәт итеүенә ҡарамаҫтан, үҙ нигеҙен, ауылдаштарын һағынып аптыраны инде. Бында ла мәжлестәрҙә Ҡорьән , мөнәжәттәр уҡып динде иҫтәренә төшөрөп йөрөүсе булды әсәйем.. Шунда үлер алдынан 20 көн больниста ятҡанда, 20 әкиәт, ривәйәт, пәғәмбәрҙәр ҡыйссаһын һөйләне, ти бер палатала ятҡан ҡатын.
Мин тормошҡа сығып, машинабыҙ булғас, йәй һайын тыуған ауылына бер алып барып ҡалдыра инек. Бөтә таныштарын, әхирәттәрен кереп күреп сығыр ине. Йыры ла бар(магнитофонда ҡалған,үҙе сығарғанға оҡшай):
Аҡ быйманы беҙ кейәбеҙ
Күбәләк ҡар яуғанда.
Артыма әйләнеп ҡараным
Тыуған илем ҡалғанда.
Әсәйемдең теләге гел шул булды: “Бала ҡулына ҡалдырмаһын!”,”Бәндәгә бәндәселек булырға яҙмаһын!”,”Кеше ауыҙына ҡарап, интегеп ятырға яҙмаһын!” Шулай ҙа булды. Иманлы, динле кешенең теләге лә ҡабул була икән.Больнистан һуң әсәйем миндә дурт кенә көн ятты. Аҙаҡҡы көн врачтар уҡол яһап , хәле еңеләйеп ҡалғас: “Врачтарға рәхмәт.Ҡыҙым, уларҙы сәй эсереп ебәр”-ти. Шул ваҡытта ла үҙенең изге күңеллелеген күрһәтә алған. Шуғалыр ҙа уның йөҙө ерләгәнсегә саҡлы нурланып ятты.
Бар кеше лә шундай юғары рухҡа өлгәшә алмай. Үҙ ауылынан, нигеҙенән айырылған кешеләр был хәлде ауыр кисерәләр.
Йәштәр, әсәйҙәрегеҙ үҙе теләгәс ( аяҡтан ҡалғас) кенә күсереп алығыҙ. Үҙен үҙе ҡарай алһа, ауылында торғаны яҡшы. Олоғайғас икенсе мөхиттә йәшәп китеүе бик ауыр уларға.
Икенсе миҫал. Бер ирҙең ҡатыны 10 йылға алдан вафат булды. Бераҙ ауыл өйөн тәрбиәләп , балаларҙы төп йортта ҡаршы алып йәшәне. Матур ғына үҙен ҡарап тора ине әле. Улдарының береһе ҡалаға алып ҡайтып, пропискаға кертеп, һуғыш ветеранына айырым фатир алышып биргәс, әҙ генә торғас та, ике квартирҙы ҡуштылар.Оҙаҡ торманы уларҙа, ейәндәре музыканы ныҡ ҡаты итеп ҡысҡырталар, түҙерлек түгел, тип, икенсе улына китте...Шулай алмашлап йөрөй башланы. Бер мәрйә килене былай тип һөйләй: Ко мне приехали родственники издалека, поэтому отправила его к другому брату. А вот, как только мои гости уехали, день не прошел, хотела отдохнуть, его опять привезли! Я открыла дверь, они стоят! Говорю: “Опять ко мне что ли?!”. “Замучил он меня-ночью ходит в туалет, носом шмыгает , сна нету (ярһып һөйләй). Атайға шуларҙы ишетеп тороуы бик ауыр булғандыр инде. Малайҙары уңғандар, эштәре һәйбәт, ә килен-килен инде ул. Кульминация шунда булды: тәртипле ғына ғаиләлә торғанда үҙҙәре эштә саҡта нимәнелер ялғыш тейеп төшөргән дә, ҡыйммәтле генә ҡоролма ватылған. Үҙенең әрпешлегенә лә ,балалар алдында ғәрләнеп тә бик оялғандыр инде. Тегеләре эштән ҡайтҡас, әрләмәгәндәр әрләүен, ләкин “Атай, ҡайғырма, уны яңыны алырбыҙ ҙа ҡуярбыҙ, һин дә ҙур пенсияңде беҙгә биреп тораһың, үҙебеҙҙең дә эш хаҡы насар түгел”- тип ысын күңелдән әйтелмәгәндер. Атай бер -ике көндән ҡапыл вафат була...
Бөгөн генә прогулкала бер ҡатын күршеһе тураһында һөйләгән ине, иҫтән сыҡмай. Күрше ҡатындың ҡыҙы үҙ кәрәк ярағына кредиттәр алып-алып, әсәһенән поручительствоға ҡул ҡуйҙырған. Ваҡытында түләй алмағас, әсәһенең квартираһын һатып, банк менән иҫәпләшеп, үҙенең 5 комнатлы йортона күсереп алған, йәнәһе, урын күп, беҙҙә торырһың тип. Әҙме –күпме торғас, әсәһе уға кәрәкмәй, ҡыуып сығара. 80 йәшлек бисара әбей бер ниһеҙ урамда тороп ҡала. Был турала миңә һөйләгән ҡатын, ярҙам итеп осһоҙға арендаға торлаҡ табып, әбейҙе урынлаштыра. Тыныслап ҡына тороп китһә бахыр әбей, уның янына ейәне ғаиләһе менән өсәүләп күсеп килә. Икеһе лә эшләмәй. Артыҡ тамаҡтарҙы әбейҙең ҡыҙы өйөнән ҡыуып сығарған, ә үҙҙәре 5 комнатлы йортта икәү генә рәхәтләнеп, ҡайғыһыҙ йәшәп яталар,ти. Ҡыҙы әсәһен ҡартайған көнөндә кеше тупсаһында йөрөтөп, үҙ балаларын да уның елкәһенә йөкмәтә. Ул әсәнең йөрәгендә ниндәй генә уттар янмайҙыр...Башҡа һыйырлыҡ түгел был хәл.
Фәһем алығыҙ, йәштәр! Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.