Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 16:00

АТТАРЫНЫҢ ЯЛДАРЫН УҠАЛАРҒА ЯҘМАНЫ

(Ағайым Муллаян Мөхәмәтдинов иҫтәлегенә)Быйыл Бөйөк Еңеү байрамының 75 йыллығын Рәсәй халҡы ҙур күтәренкелек менән байрам итергә йыйына. 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы барған осорҙа беҙҙең илебеҙгә, самаһыҙ бөлгөнлөк, халҡыбыҙға мәңге онотолмаҫлыҡ ҡайғы килде. Меңләгән ауылдар, ҡалалар юҡҡа сыҡты. 27 миллионға яҡын кеше һуғышта вафат булды. Бик күп ҡатындар ирһеҙ, балалар атайһыҙ тороп ҡалды.

Шул ваҡыттарҙа, ниндәй генә ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, Тыуған илебеҙ – СССР, данлыҡлы халҡыбыҙ, Ҡыҙыл Армиябыҙ, Германия фашистарын тар-мар итеп, илебеҙҙе, күп кенә Европа илдәрен фашистарҙан азат итеп, тыныс-лыҡ яуланы. Ошо һуғыш йылдарында Тәтешле районы ауылдарындағы һәр бер йорттан тиерлек ир-егеттәр һуғышҡа алынып, дошмандарға ҡаршы аяуһыҙ көрәште. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күбеһе һуғыштан ҡайта алманы.
Ә Үрге Сәүкияҙ ауылынан әсәйемдең ҡустылары Йыһангиров Ҡасим, Йыһан-гиров Ғәлихан, атайымдың ҡустыһы Мөхәмәтдинов Муллаян һуғышта хәбәрһеҙ юғалды. Бала сағымда, улар мине етәкләп, ҡосаҡлап йөрөткән ваҡыттарҙы әле булһа ла хәтерләйем. Улар араһынан Муллаян ағайымдың яҙмышы бигерәк тә аяныслы булды. Ул 1919 йылда Гәрәбаш ауылында тыуып-үҫкән. Башланғыс мәктәпте тамамлаған. 1931-1938 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәни-ағартыу училищеһында белем алып ҡайтҡас, ауыл клубы мөдире булып эшләй. Баянда бик матур уйнаған, йырлаған. Бигерәк тә, минең хәтерләүемсә, башҡорт халыҡ йыры «Ерән ҡашҡа»ны моңло итеп башҡара ине.
1938 йылдың көҙөндә Муллаян ағай Тәскирә Нәжип ҡыҙы менән ҡауышып, бергә тормош көтә башлағандар. Әммә күп тә үтмәй, Муллаян ағай хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Ә 1939 йылдың 24 июлендә Тәскирә еңгәнең улы тыуа, уға Риф тип исем ҡушалар. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Тәскирә еңгәгә ике туған ҡустымды – Рифте бер үҙенә тәрбиәләп үҫтерергә тура килде. Рифкә атаһын күреп, атай тип әйтергә яҙманы шул.
1941 йылдың май айында әсәһенә хат килә. «Минең хәрби хеҙмәт тулып килә, юлға ҡайтырға сығам, көтөгөҙ», – тип яҙған була ул хатында. Әммә ләкин, 1941 йылдың 21 июнь көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, Муллаян ағай хеҙмәт иткән ғәскәр Мәскәү йүнәлешендәге фронт ҡырҙарына оҙатыла. Хәрби поезд үҙебеҙҙең ауылға яҡын тимер юл станцияһы Кудала туҡтап торған ваҡытта ағайымдың бер туған апаһы Менәүәрәгә ҡустыһын һуңғы мәртәбә күреп, фронтҡа оҙатып ҡалырға яҙа. Беҙҙең туғаныбыҙ, станциянан яҡын тыуған ауылына инеп, әсәһен, ҡатынын, сабый балаһын күрә алмаған, үкенеп, күҙ йәштәрен һөрткән саҡта, хәрби поезд ҡуҙғалып китә.
Күп тә үтмәне, 1942 йылдың фев-ралендә ауылға хәрби хат килде. Унда: «Волхов, Ленинград йүнәлешендә барған һуғыштар ваҡытында Мөхәмәтдинов Муллаян хәбәрһеҙ юғалды», – тип яҙылғайны. Бындай хаттар ауылға бик күп килә торҙо. Нисек кенә булһа ла ауыл халҡы йәшәргә тырышты.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Советтар Союзы халҡы фашистарҙы тар-мар итеп, илебеҙҙең ҡеүәтен күтәреү өҫтөндә эшләй башланы.
Ҡустыбыҙ Риф тә, үҫеп етеп, уҡып, армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға өлгөрҙө. Атаһының юҡлығын һиҙенеп, бошоноп, ул хәрби хеҙмәт иткән яҡтарҙа йөрөп ҡайтҡандан һуң, Стәрлетамаҡ ҡалаһына килеп, атаһы белем алған мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инде. 1968 йылда Риф уҡыуын тамамлай һәм Учалы районы ҡыҙы Айһылыуға өйләнеп, тыуған ауылына ҡайтты. Икеһе лә күп йылдар балалар уҡытты, ғиләлә биш бала үҫтерҙеләр: Гөлнара, Гөлназ, Шамил, Рәйфә һәм Венер. Уларҙың хәҙер 10 ейән-ейәнсәре һәм 2 бүләсәре бар.
Яҙмышты үҙгәртеп булмай, тиҙәр. Бәлки, был әйтем дөрөҫтөр ҙә. Күп йылдар артта ҡалды. Хәҙер инде Тәскирә еңгә лә Муллаян ағайҙан хәбәр көтә-көтә баҡыйлыҡҡа күсте, 70 йәшен тултырып, Риф тә мәрхүм булды.
Бөгөнгө көндә беҙ, Муллаян ағай-ҙың барлыҡ туғандары, уның һуғыш ҡырҙарында ерләнгән ҡәбере табы-лыуына өмөтләнәбеҙ.
Муллаян ағайҙың яратып йырлаған «Ерән ҡашҡа» йыры күңелемдә уйылып ҡалған:
... Ерән ҡашҡа атҡайым,
Башын сайҡай малҡайым.
Походтарҙан иҫән ҡайтһаҡ,
Уҡалармын ялҡайын...
Юҡ шул, яҙмыш ҡушыуынса, Муллаян ағайға һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, үҙенең яратҡан аттарының ялдарын уҡаларға яҙманы.
Рәлиф Рәхимов.
Читайте нас: