Ашҡаҙар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 15:00

ӘГӘР ҺУҒЫШ БУЛМАҺА...

Мөхәмәтриза Ғәбделхаев һуғыштан 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Әле лә егеттәрсә төп-төҙ баҫып йөрөгән ҡарт һалдатҡа һис 95 йәш бирерлек түгел. Ветеранды күргәс, уның үҙен тотошона, һөйләшеүенә ҡарап, “был бабайҙы тормош әллә ни таушамаған ахырыһы” тигән уй башҡа килә. Яҡынданыраҡ хәл-әхәүәлдәрҙе һорашып алғас, “Был ҡәһәрле һуғыш ниндәй ил азаматтарын һәләк иткән бит!..” - тип әсенеп ҡуяһың.

Бабай, әкрен генә ғүмер йомғағын тағатҡандай, үткәндәргә ҡараш ташлап ала. Илеш районы Этәй ауылы егете Мөхәмәтриза Ғәбделхаев 1941 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Ә күп тә үтмәй, илгә ғәрәсәт килә – фашистик Гитлер ғәскәрҙәре беҙҙең илгә һуғыш аса. Иркутскиҙа хеҙмәт иткән ерҙән Мөхәмәтриза туп-тура һуғышҡа китә, һалдаттарҙы Мәскәү янындағы Орша ҡалаһынан Белоруссияға алып китәләр. Унда 3-сө Белоруссия фронтында “Багратион” һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. Шундағы алыштарҙа 1944 йылдың июнендә ул ҡаты яралана һәм 1946 йылға тиклем Вильнюс һәм Каунас ҡалаларында хәрби госпиталдә дауаланырға тура килә. Еңеүҙе Калининградта ҡаршы ала. Типһә тимер өҙөрлөк йәш егет, һуғыштан ҡаты контузия алып, бер күҙен юғалтып, 1-се төркөм инвалиды булып, 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң Мөхәмәтриза Ғәбделәхәт улы Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнә. Яугирҙы ҡаланың социаль тәьминәт бүлегенән Ессентуки ҡалаһына Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары өсөн махсус асылған музыка училищеһына ебәреп уҡыталар. Баянист һөнәренә уҡып ҡайтҡан йәш белгесте Стәрлетамаҡтағы Һуҡырҙар йәмғиәте Мәҙәниәт йортона директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ул унда художество етәксеһе Сәғәҙәт Кальметьева менән бергәләп, академик хор ойоштора, агитбригадалар менән төрлө ҡалаларҙа сығыш яһайҙар. Хатта Мәскәү сәхнәһендә лә сығыш яһарға насип була. Етәкселек эше менән бергә, Мөхәмәтриза Ғәбделәхәт улы шахмат клубында шөғөлләнергә лә өлгөрә. Шашка буйынса мастерлыҡҡа кандидат була. Ҡатыны Роза Мөрсәлим ҡыҙы эшсе йәштәр мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Шулай гөрләтеп донъя көтә улар. Үкенескә ҡаршы, тормош юлдашы бынан утыҙ йылдар элек үк донъя ҡуйған. Бер генә бөртөк ҡыҙҙарының да ғүмере ҡыҫҡа була.
Ғәҙел, талапсан, һәр эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн Мөхәмәтриза Ғәбделхаевты һәр ҡайҙа ла ихтирам итәләр. Фотоһы ҡала үҙәгендәге Почет таҡтаһынан төшмәй. Ҡалала Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап “Мәңгелек ут” һәйкәлен асыуҙа ла өлөшө ҙур уның. “Ә ниңә башҡа ҡалаларҙа булған “Мәңгелек ут” һәйкәле беҙҙең ҡалала һаман юҡ? Кисекмәҫтән, беҙҙә лә ҡуйырға кәрәк!” - тигән ҡәтғи талап менән сығыш яһай ул бер кәңәшмәлә.
“Немец һалдаттарын һыңар ҡул менән генә күтәреп алып һалырлыҡ көслө саҡтарым бар ине, - ти ҡарт һалдат йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп. - Маршал Жуков менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшкән саҡтар ҙа булды.
Әлеге ваҡытта яңғыҙ донъя көткән яугир һис тә тормошона зарланмай, барыһына ла ҡәнәғәт. Ошо йәшкә етеп тә әле һаман үҙ донъяһын үҙе көтөп, тамағына ла үҙе әҙерләп йәшәүе һоҡландыра. Беҙ барғанда ла үҙе бешергән аштан ауыҙ итергә саҡырҙы. Әйткәндәй, әңгәмәсебеҙҙең хәтере лә бик яҡшы икән, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, бер ниндәй ҡағыҙ-фәләнгә ҡарамай, башынан үткәндәрен матур ғына итеп һөйләп бирҙе.
Бына шундай ғәййәр, тере легенда менән аралашыу күңелгә бер аҙ яманһыу ҙа, беҙ тыныс илдә йәшәһен тип, йән аямай дошманға ташланған шундай ил азаматтары өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо ла уята. “Ә бит ошо ҡәһәрле һуғыш булмаһа... уның да тормошо бөтөнләй башҡаса булыр ине” тигән уйҙар тынғы бирмәй.
Мин уның ғорур һынында меңдәрсә совет һалдатының образын күрҙем, тауышында яуҙан ҡайтмай ҡалған ил улдарының иңрәүен тойҙом...
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: