Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 13:55

СПОРТ һәм АРМИЯ – һәр саҡ йәнәшә

Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләгәндә йәнә бер ил азаматының исемен атап үтмәү мөмкин түгел. Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәле шөһрәтле уҡыу йорттарының береһен – спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары, юғары әҙерлекле физкультура белгестәре әҙерләүе, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, батырҙары менән данлыҡлы уҡыу йортон - Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжын бына утыҙ йыл инде арымай-талмай етәкләүсе Миҙхәт Мусаҡаев тураһында бик күп яҙырға була. Тик был юлы беҙ етәксенең һалдат йылдарына бер аҙ ҡараш ташлап алмаҡсыбыҙ.

Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаев армия хеҙмәтен 1971-73-сө йылдарҙа Мәскәүҙә үтә. Унда Ф.Э.Дзержинский исемендәге махсус вазифа йөкмәтелгән дивизия часында спорт ротаһында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас өс йыл әле үҙе етәкләгән техникумда уҡый, уны “яҡшы”ға тамамлай. Унан һуң ун ике йыл Спорткомитетта эшләгәндән һуң, 1981 йылда директор вазифаһына дәғүә итеүсе биш кеше араһынан нәҡ Миҙхәт Мусаҡаевты һайлап алалар.
Булдыҡлы етәкселәр, ғәҙәттә, үҙҙәре тураһында түгел, ә күбеһенсә башҡарылған һәм эшләнәһе эштәр тураһында һөйләүсән. Миҙхәт Биктимер улы ла, ҡыҫҡаса ғына колледж тормошо, унан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәр менән таныштырып үткәндә, хәрби бурысын үтәгәндә ил өсөн ҡорбан булған егеттәрҙең исемен иҫкә алды. Йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү маҡсатында Стәрлетамаҡ физкультура техникумын тамамлаған яугир – интернационалистар иҫтәлегенә баскетбол, волейбол буйынса турнир уҙғарылыуы тураһында бәйән итте:
- Беҙҙең техникумды тамамлаған Айрат Ғәләүев Чечняла контракт буйынса хеҙмәт иткәндә һәләк булды. Йыл һайын уның исеменә төрлө спорт саралары үткәрәбеҙ. Яугир исемен мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташ астыҡ. Икенсе студентыбыҙ Алексей Ропотов Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Спорт һәм армия тығыҙ бәйләнгән, - тип дауам итте ул һүҙен. - Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусыларҙы армияға элита ғәскәрҙәренә алалар. Беҙҙең диплом эшкә урынлашырға ныҡ ярҙам итә. Күп егеттәребеҙ артабан юридик институтта уҡыуын дамам итә, тренер булып эшләйҙәр. Әле перспективала – Олимпия резервындағы Башҡортостан республика училищеһын асыу, бинаға төкәтмә, хоккей майҙаны эшләтеү, студенттар өсөн йәнә бер ятаҡ төҙөү, - тип, алға ҡуйылған пландары менән дә уртаҡлашты етәксе.
Бына шулай, ошо йылдар дауамында исеме һәм статусы үҙгәреп торһа ла, был уҡыу йорто һәр ваҡыт үҫеш юлында, ҙур маҡсаттар һәм пландар менән йәшәй. Заман талабына ҡарап уҡыу-уҡытыу йүнәлештәре үҙгәреп тора. Миҙхәт Биктимер улы етәкләгән коллективҡа һәм унда уҡыған студенттарға киләсәктә лә ҙур уңышлар юлдаш булһын!
Армия менән спорт тығыҙ бәйләнештә булған кеүек, был байрамда шәхсән физкультурниктар һәм спортсыларҙы ла ҡотлайбыҙ. Байрам менән һеҙҙе!
Роза САФИНА.
Читайте нас: