Ашҡаҙар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2020, 17:00
Һуғыш осоронда үҫтек
Һуғыш осоронда үҫтек,Беҙ – колхоз балалары.Илебеҙгә хеҙмәт иткәнБеҙ – ауыл балалары.
Аслы-туҡлы эшкә йөрөнөк
Колхоз баҫыуҙарында.
Утау утап, бесән йыйып,
Иген башаҡтарын да.
Өҫтә кейем бик булманы,
Һыуыҡ саҡта кейергә.
Өйрәндек киндер һуғырға,
Тунлыҡ тире иләргә.
Уҡырға ла онотманыҡ,
Дәфтәр, ҡәләм юҡлыҡҡа.
Ҡаҙ ҡаурыйы менән яҙҙыҡ
Булһа, иҫке китапҡа.
Бер ҙә аптырап торманыҡ,
Перо, ҡара булмаһа.
Күмер, аҡбур
табыштырып,
Яҙҙыҡ фанер таҡтаға.
Хеҙмәт хаҡы түләнмәне,
Эшләп тә әллә ниҙәр.
Ҡайһы саҡта бер сеүәтә
Арыш оно бирҙеләр.
Булмағанда ҡара икмәк
Ашаныҡ барыһын да.
Алабута, балтырғанды –
Булһа улар баҫыуҙа.
Йәй көндәре еңел ине
Ашамлыҡ табыуҙары.
Урманда ҡаҡы,
ирен ярғыс,
Йөнлөкәй тамырҙары.
Ҡай берүҙәр быны
белмәй –
Арыш әпәйе тәмен.
Әле булһа аңламайҙар,
Яҡты донъяның йәмен.
Бөйөк Ватан һуғышында
Илебеҙ еңеп сыҡты.
Германия фашистары
Мәңгегә юҡҡа сыҡты.
Беҙ шулай ҙа бирешмәнек
Тормош ауырлығына.
Беҙ йәшәнек сынығып
Тәбиғәт ҡосағында.
Рәлиф Рәхимов.
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла