Ошо уҡ көндө 15.00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында (Туҡаев урамы, 9-сы йорт) Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнөнә арналған концерт күрһәтелә.
“Мәңгелек ут” майҙанында, маршал Жуков исемендәге скверҙа һәм тимер юл вокзалы янындағы скверҙа иҫтәлекле саралар ойошторола:
- 11.00 сәғәттә “Мәңгелек ут” һәйкәле янында иҫтәлекле саралар һәм сәскәләр һалыу;
- 14.45 сәғәттә Г.К.Жуков скверында;
- 13.00 сәғәттә РФ Ҡораллы Көстәр һалдаттарына арналған һәйкәл янында (Вокзал урамы, 21 г).
Концерттарға һәм иҫтәлекле сараларға рәхим итегеҙ!