Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2020, 11:00

Муса Йәлил иҫтәлегенә

Муса Мостафа улы Йәлилов Ырымбур губернаһының Мостафа ауылында 1906 йылдың 2 февралендә алтынсы бала булып тыуа.

Хөсәйениә мәсете мәҙрәсәһендә уҡый. 1919 йылда комсомолға инә. Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Һуғыш башланыу менән үҙе теләп һуғышҡа китә. Алыштарҙың береһендә хәрби хәбәрсе фашистарға әсирлеккә эләгә. Ул саҡта гитлерсылар татар, башҡорт һәм Иҙел буйының аҙ һанлы халыҡтары вәкилдәре булған хәрби әсирҙәрҙән “Иҙел-Урал” милли легион формалаштыра. Әсирҙәрҙе дошман яғына күсергә өгөтләгән комитет составына белемлерәк кешеләрҙе алалар, улар араһында Муса Ғүмәров та була (үҙен ул шулай таныта). Күҙ буяу өсөн фашистарға эшләргә ризалыҡ биргән булып, Муса үҙенең иптәштәре менән гитлерсыларға ҡаршы агитация эше алып бара. Шағир листовкалар сығара, фашистарға ҡаршы һуғышырға өндәгән шиғырҙарын тарата. Подпольелағыларҙың шундай йүнәлештә әүҙем эш алып барыуы арҡаһында фашистарҙың Көнбайыш фронтта легионды файҙаланыу идеяһы селпәрәмә килә.
«Провокатор» ҡушаматы менән Йәлил һәм уның көрәштәштәре фаш ителә. Муса “Моабит” төрмәһенә ябыла. Үлем язаһына хөкөм ителеп, яңғыҙ камерала ултырған килеш, ул илһамланып шиғырҙар яҙа.
1944 йылдың авгусында Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре, һуңыраҡ уларҙы “йәлилселәр” тип атайҙар, гильотинда хөкөм ителә. Әммә улар беҙҙең хәтерҙә әле лә йәшәй. Муса Йәлил үҙе лә был турала: “Йәшәүҙең мәғәнәһе шунда, кеше вафатынан һуң да тере ҡалырға тейеш”, – тип яҙған.
Муса Йәлилгә арнап яҙған «Тантана» тип аталған шиғырымды гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм.
Ал-ҡыҙыл байраҡтар сайҡала
Еңеүгә бағышлап тантана!
Ер өҫтө аҡ-ҡыҙыл сәскәләр,
Майҙанда торалар һәйкәлдәр.
Аҡ яулыҡ ябынған әсәйҙәр
Ҡоростан ҡойолған улының
Аяғын һыпырып үтәләр…
Тын ғына баш эйеп әсәйҙәр.
Һауаға салюттар атыла
Еңеүгә бағышлап тантана!
Туғандар, бер тынға туҡтағыҙ,
Ҡарағыҙ һауаға, ҡарағыҙ!
Тын ғына тауышһыҙ ҡайтҡандар,
Талпынып осалар ыласындар…
Ер өҫтө ал-ҡыҙыл байраҡтар,
Парадта атлайҙар һалдаттар.
Еңеүгә ҙур байрам тантана!
Ә күктә болоттар сайҡала
Тын ғына ыласындар талпына,
Ҡанаттар осонан ҡан тама…
Ыласындар осалар офоҡтан,
Ҡояш бата ыласындар артынан….
Ыласындар, ыласындар тантана!
Ҡанаттар осонан ҡан тама …
Ал-ҡыҙыл байраҡтар талпына
…Тып, тып…тып-тын…тып-тын…
Земфира Муллағәлиева.
Читайте нас: