Бөгөн беҙ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе, Ҡораллы Көстәр ветерандарын, запастағы рядовойҙарҙы һәм офицерҙарҙы, армия сафтарын тулыландырасаҡ үҫмерҙәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлайбыҙ. Һеҙ Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен намыҫлы һәм лайыҡлы яҡлайһығыҙ, ил сиген һәм тыныс халыҡтың именлеген һаҡлайһығыҙ.
Киләсәк быуындың именлеге һәм тыныслыҡ өсөн дәүләтебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм азатлығын һаҡлап алып ҡалыусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Уларҙың исемдәре мәңгелеккә илебеҙ тарихына яҙылған.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр, уңыштар һәм тыныс күк йөҙө теләйем.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.