Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2020, 12:56

"Хәтер юлы" проектына ҡушылығыҙ!

"Хәтер юлы" проекты Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында берҙәм мәғлүмәт базаһы булып тора.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына “Патриот” мәҙәни һәм ял итеү хәрби-ватансылыҡ паркы биләмәһендә, үҙенең Ватанын һаҡлау өсөн генә ҡылыс күтәргән рус хәрбиҙәрен рухландырыусы символ булараҡ , Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Баш сиркәүе төҙөлә. Сиркәү комплексы биләмәһендә һуғыш ветерандарының миллионлаған исемдәрен мәңгеләштергән “Хәтер юлы” галереяһы буласаҡ. Унда махсус технологиялар нигеҙендә һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемдәре һәм фотолары ҡуйыласаҡ.
Тыуған ил өсөн көрәшкән туғандарын белеүсе һәр кем ғаилә архивында һаҡланған тарихи материалдарҙы һәм фотоларҙы бында ебәрә ала. Тик унда ветерандарҙың исем-шәрифтәрен, тыуған йылын, дәрәжәһен һәм хәрби хеҙмәткә ҡайҙан алынғанын яҙырға кәрәк.
Мәғлүмәтте 6 мартҡа тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының хәрби комиссариатына (Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт) 17-се бүлмәгә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске сәғәт 5-кә тиклем (төшкө ял – 12.30-13.30 сәғ.) килтерергә мөмкин.
Читайте нас: