Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 01:55

ҺҮГЕНМӘЙЕК

Бөгөнгө интернетта шундай һүгенеү көслө, хатта Юрий Хованский, Евгений Баженов, Макс Голополосов, Дмитрий Куплинов, Олег Brain кеүек мәҙәниле тапшырыу алып барғандар ҙа норматив булмаған лексиканан азат түгел.

Башҡорт төркөмдәрендә лә күҙәтелә был, башҡортса дөрөҫ итеп яҙа белмәй ғәҙәттә бындай “авторҙар”, әммә борсаҡты эре ярып һүгенә. Унан ҡала, ҡала урамдарында ирҙәрҙән генә түгел, ҡатын-ҡыҙ, йәштәр һәм бала-саға ауыҙынан да ишетеп “туйырға” була. Берәй мәктәп эргәһенән үт, бармаҡ башындайҙары ла һүгенешеп эләкләшеп китеп бара. Ә инде әрләшкәнде, әлеге интернетта ла бәхәсләшкәндәрҙе, хис-тойғоларын белдерә булып һүгенеү һүҙҙәре ҡулланғандарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Ошоларҙан сығып, ни өсөн һүгенәбеҙ? Нимәнән кеше бындай лексикаға мөрәжәғәт итә? Нигә бындай телмәргә ғәҙәтләнә?

Бөгөнгө беҙ “оятһыҙ” тип белеп үҫкән һүҙҙәрҙең тарихы бына нимәнән килә. Бик борон замандарҙа, әле диндәргә тиклем үк, египет, мысыр халыҡ медициналарында, ҡатын-ҡыҙҙың енси яҡынлыҡ ҡылыуҙа ҡатнашҡан тән ағзаларын исемләп әйтеү ирҙәр өсөн дауа иҫәпләнгән икән. Потенция менән проблемаһы булған ирҙәр был һүҙҙәрҙе ниндәйҙер кәрәкле мәлдәрҙә ҡабатлап кәр-ҡөҙрәт ала алған. Йәғни, был ағза атамалары тоҡом дауам иттереүгә булышлыҡ иткән кодлы, мөғжизәле көскә эйә булған һүҙҙәр иҫәпләнгән. Һәм был һүҙҙәрҙе башҡа мәнфәғәттә ҡулланыу тыйылған. Мәҫәлән, кемделер ул һүҙҙәр менән әрләү йәки атау ирҙәрҙе кәрһеҙлеккә килтерә, ҡатын-ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙ функцияларынан мәхрүм итә тип иҫәпләнгән. Балаларына һүгенеүсе ҡатын, оятһыҙ һүҙҙәре менән уларҙың мейеләрендәге енси ағзалар эшмәкәрлегенә яуап биреүсе өлөштәренә зыян яһай икән. Тимәк, был һүҙҙәрҙе берәү ҙә ғәҙәти тормошта ҡулланмаған һәм хатта сәбәпһеҙ әйтеүҙән ҡурҡҡан да.
Халыҡтар диндәргә килеү менән, яйлап, енси бәйләнешкә ҡағылышлы темалар ҙа, ул ағзалар атамалары ла “оят” тамғаһы аҫтына инеп, тыйыла. Һәм бөгөнгә тиклем беҙ был һүҙҙәрҙе оятһыҙ һәм әшәке һүҙҙәр тип беләбеҙ. Әммә шулай ҙа һүгенәбеҙ әле.

Норматив булмаған лексиканы кемдәр ҡуллана? Ниндәйҙер ваҡытта һүгенеп ебәрмәгән кеше бик һирәктер, әммә ундайҙар барҙыр, шулай бит. Бер ҡыҙыҡлы тикшереү тураһында ла әйтеп китке килә. Аварияға осраған самолеттарҙың ҡара йәшниктәрендәге яҙмаларҙы тыңлағанда, пилоттарҙың һуңғы секундтарҙа әйткән һүҙҙәре күп осраҡта һүгенеү була икән. Яҡындары был пилоттарҙы бер ваҡытта ла һүгенмәне һәм ундай һүҙҙе әйтеүе мөмкин түгел тип иҫбатлағанда ла, хәҡиҡәт шундай – сараһыҙлыҡ сигендә кеше эмоцияларының иң негативын сығара, күрәһең. Шуның кеүек ниндәйҙер сиктә, йәки шаярыуын, әйткәнен, хис-тойғоларын көсәйтеберәк күрһәтергә теләгәндә һүгенеп ебәргәндәр була. Быны улар аңлы рәүештә эшләй. Һәм бындай һүҙҙәр бары бик яҡын кешеләр араһында ғына әйтелә һәм бынан тыңлаусылар ҙа, ишеттереүсе лә артыҡ зыян күрмәйҙер. Ә бына һүгенеүҙе аңһыҙ, уйһыҙ, ғәҙәт буйынса ҡулланыусылар, һүгенеп һөйләшеүселәр инде әлеге телмәрҙәре менән үҙҙәренә лә, ишетеүселәргә лә, хатта осраҡлы шаһиттарға ла зыян килтерә икән. Кеше телмәре эмоцияларҙан торғанлыҡтан, тулыһынса контролдә тотоп була торған процесс түгел. Шулай уҡ оятһыҙ һүҙҙәрҙең кеше мейеһенә тәьҫире лә көслө. Һүгенгән ваҡытта йөрәк тибеше көсәйә һәм ауыртыуҙы тойоу кәмей. Шуға ла күптәр һыуыҡ һыуға ингәндә, ҡапыл бешкәндә, төртөлгәндә, һуғылғанда, ҡыҫҡаһы тәнен ауырттырған йәки шокка индерә торған берәй хәл-торош булғанда аңһыҙ рәүештә һүгенә. Ҡыҙыҡ шулай бит, асылда беҙ бит инде һүгенергә теләмәйбеҙ ҙә, ҡайһы ваҡыт хатта оятлы ла булып ҡалабыҙ, ә мейе аңдан алда һаҡланыу сараһын күреп өлгөрә, тимәк.

Ә инде туҡтауһыҙ һүгенеү, һүгенеп һөйләшеү, асыуланғанда һүгенеп ирешеү, йәғни, оятһыҙ һүҙҙәрҙе күп ҡулланыу ул мейенең сәләмәт булмауының бер билгеһе. Мейе тыйылғанды, кешелек өсөн оят тип табылған һүҙ-тойғоларҙы күрһәтмәгә, ишетмәгә сығара башлаған һәм үҙе уларҙан тартынмай икән, был шәхестең (йәғни мейенең) үҫештә түгел, ә киреһенсә деградацияла икәнлегенең күрһәткесе, тип таба белгестәр. Медицинала һүгенеү ауырыуы ла бар икән. Туретта синдромы тип атала ул. Был нервы ауырыуы. Күптәр был сирҙең еңел формаһын кисереп ғүмер буйы ла йәшәй. Был ауырыуҙар көйөп киткәндә, артыҡ тулҡынланғанда, ниндәйҙер көслө кисерештәрҙә сәсәгән шикелле итеп тыйылмаҫтан һүгенеп алып китә. Был “приступ” уларҙың эмоциональ торошон ныҡ ҡаҡшата. Үҙенең һүгенеүенән ул ысынлап зыян күрә. Йөрәге, башы, быуындары ауырта, хәле бөтә. Ҡыҫҡаһы, кешегә үҙенең һүгенеүе, шул һүҙҙәрҙе әйткәндәге, ҡолағы менән ишетеп ҡабул иткәндәге торошо бик тә насар тәьҫир итә. Быны наркотик йәки тәмәке зыяны менән сағыштыралар. Шулай уҡ әлеге һүҙҙәрҙе ишеткән башҡаларға ла тәмәкесенең төтөнөн еҫкәп торған һымаҡ хәүеф янай. Ул да насар эмоциялар, бөтөнлөгөн, энергетикаһын емерә торған негатив ала.

Туҡтауһыҙ һүгенеп һөйләшкән ирҙәрҙең дә эсендә тынысһыҙлыҡ, ҡурҡыу, бала саҡ травмалары, үҙ-үҙенә ышанмау тойғолары йәшәй һәм улар шуны йәшереү, һаҡланыу, үҙҙәрен көслө итеп күрһәтеү өсөн дә һүгенә, телмәрҙең тупаҫ төрөн һаҡланыу сараһы итеп ала, тип ышандыра психологтар. Интернет селтәрендә фейк биттәре аша ҡойоп һүгенеп әрләшеп ултырыусылар ҙа шул психик тайпылышы булғандар, йәғни агрессияларын ошондай юл менән сығарыусылар. Уларға ысынлап еңел булып ҡала икән. Шулай уҡ был норматив булмаған лексика менән күберәк түбән социаль ҡатлам ҡуллана. Үҙен хөрмәт иткән, тәрбиәле тип иҫәпләгән һәм башҡаларҙың да уны шулай ҡабул итеүен теләгәндәр, әлбиттә, телмәрен дә шул кимәлдә төҙөй. Беҙ бер нисек тә зәңгәр экран аша оятһыҙ шаярған комиктарҙы, ярамаған һүҙҙәр ҡулланған етәксене, хеҙмәтләндереүсене, әңгәмәсене һәм хатта тупаҫ һөйләшкән автобус водителен дә ҡабул итә алмайбыҙ. Сөнки мейебеҙгә әҙәм итеп яратылғандан алып “оят” төшөнсәһе, хатта ки аңылыр тип уйлайым, һалынған.

Халыҡ аҡылы ла, дини тәрбиә лә һүгенеүҙән тыя. Ир-егет һаҡал-мыйыҡ йөрөтөргә тейеш, сөнки шул һаҡалға фәрештәләр ҡунып, уның ауыҙынан йәмһеҙ һүҙҙәрҙе сығармай, тигән була беҙҙең инәйҙәр. Ҡарғау, тупаҫ әрләү ҙә хупланмай. Һүгенеүҙең, оятһыҙ һүҙҙәрҙең ябай һүҙ генә түгел, ә организмды, мейене, энергетиканы ҡыйратыусы көскә эйә булған ҡөҙрәтле һүҙҙәр икәнлеген дә онотмайыҡ. Телмәр таҙалығы ул шул уҡ күңел сафлығы ла бит. Ҡыҫҡаһы – һүгенмәйек.
Читайте нас: