Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2020, 13:30

ИБРАҠОВТАРҘЫҢ БАЙ ТАРИХЫ

Үткән быуат аҙаҡтарында ҡалабыҙҙа рух нығыныуҙа, тел, мәҙәниәт сәскә атыуҙа башҡарылған эштәрҙе барлай башлаһаң, айырым шәхестәр күҙ алдына баҫа, тотош нәҫелдәр һәм парлы-парлы ғаиләләр хаҡында ла әйтке килә. Балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөнән башҡорт баҡсаһын булдырыуҙа, башҡорт труппаһынан башҡорт театры төҙөүҙә күптәрҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте тураһында яҙырға булыр ине, бөгөн иһә билдәле лә, өлгөлө лә Ибраҡовтарға туҡталып үтәбеҙ. Башҡорт ғаиләһе көнөн ҡаршы алыу уңайынан уларҙың дәүләт эше, йәмәғәт эштәре менән генә сикләнге килмәй. Ғөмүмән, Зимфира Раил ҡыҙы һәм Рафиҡ Ғәйнулла улының мөхәббәт һәм ғаилә тарихына күҙ һалмаҡсыбыҙ.

2020 йыл – Ибраҡовтар ғаиләһе өсөн юбилей йылы, бергә тороуҙарына май айында 40 йыл тула. Тик бер һүҙ менән “ҡырҡ” тип кенә әйтеүе анһат ул, күпме һыуҙар аҡҡан ул йылдарҙа, күпме бәхет кисерелгән, күпме һынауҙар иңгә-иң терәшеп үтелгән...

Күптәргә хас булғанса, был пар ҙа студент йылдарында осрашып ҡауыша. Танышыуҙары ла ҡыҙыҡ килеп сыға, ҡыҙыҡ тип ни, саҡ ҡыҙғаныс та булмай шул: бар яҡтан да өлгөлө, тырыш студент Ибраҡов студент отрядтары сафында көҙгө эштәрҙе башҡарып бөткәс, бер мәл ҡаты сирләп китә. Сир уны бер нисә айға аяҡтан йыға һәм... ул шул уҡ курста ҡалырға мәжбүр була. Курсташтары менән аралашып, Зимфира исемле ҡыҙ менән аралары яҡыная, шулай итеп егет Ырымбур һылыуына ғашиҡ булғанын һиҙмәй ҙә ҡала. Шулай итеп, ике йәш йөрәк ғаилә ҡора, иңенә йөк өҫтәлһә лә ғаилә башлығы бирешеп ҡалмай, уҡый ҙа, яҡшы уҡығаны өсөн стипендия ла ала, эшләп тә йөрөй, ғаиләһен дә баға, ауылдан шулай уҡ саҡ уҡырға килгән ҡустыһына ла ярҙам итеп тора. Ҡайһы бер ғаиләләр эшләп тә дөйөм ятаҡта йәшәп ятҡанда, Ибраҡовтар ҡуртымға булһа ла фатир ала, ә аҙаҡҡы курстарҙа йәш ғаиләне ҡыуандырып ҡыҙҙары донъяға килә, инде малайҙары ла оҙаҡ көттөрмәй!..

Ҡасандыр Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшкә ҡала Ибраҡовтар. Рафиҡ Ғәйнулла улы Ленин исемендәге икенсе интернат-мәктәбендә уҡытыусы, директор урынбаҫары вазифаһында эшләгәс, уны ҡаланың 16-сы мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Ар-табан ҡалабыҙҙың театрында һәм филармонияһында директор булып та эшләп ала. Һуңынан ҡабаттан мәғариф системаһына күсеп, 22-се мәктәп коллективын етәкләй. Әлеге ваҡытта балалар спорт мәктәбендә шахмат буйынса тренер булып эшләй. Ошо йылдарҙа эшләү дәүерендә Башҡортостан мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре билдәләренә лайыҡ була. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының, ҡаланың рәхмәт хаттары, спорт өлкәһендә балаларҙы тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн Республиканың ведомстволағы Маҡтау ҡағыҙҙары менән наградлана.

Зимфира Раил ҡыҙы иһә үҙенең хеҙмәт юлын тулыһынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүгә бағышлай. Ә инде 1995 йылда ҡалалағы беренсе башҡорт балалар баҡсаһын асып, оҙаҡ йылдар уны етәкләй. Әлеге көндә ошо уҡ балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе вазифаһында эшен дауам итә. Башҡорт балалар баҡсаһын асыуға һәм уның матди-техник базаһын үҫтереүгә, педагогик коллектив туплауға күп көс һала.
Уның да тырышлығы лайыҡлы баһалана: Башҡортостан мәғариф алдынғыһы һәм Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, “Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң яҡшы белем биреү хеҙмәткәре” билдәләренә эйә була. Үҙенең эшләү дәүерендә башҡорт балалар баҡсаһын коллективы менән алдынғылар рәтенә сығарып, ҡала, республика һәм Рәсәй күләмендә үткәрелгән сараларҙа ҙур уңыштар яулауға иреште.

Йәшләй генә ата-әсә булған Ибраҡовтар бер ҡыҙ, бер ул үҫтереп, уларға яҡшы тәрбиә һәм юғары белем биргәндәр. Лилиә ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ ҡалаһының һалым инспекцияһында юрист булып хеҙмәт итә, ә улдары Ренат Ырымбур ҡалаһында полиция өлкәһендә эшләй. Улар ҙа бөгөнгө көндә матур ғаиләләр ҡороп, берәр ҡыҙ, берәр ул үҫтерәләр.
Өлкән ейәндәре Вадим бөгөнгө көндә спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға эйә булып, Рәсәйҙең гандбол буйынса үҫмерҙәр командаһы составында уңышлы уйнап йөрөй, бер нисә тапҡыр Рәсәй буйынса чемпион исеменә лайыҡ булды. Әлеге көндә Чехов командаһының дублерҙар составында сығыш яһап, үҙенең уҡыуын ошо ҡалала дауам итә.

Эйе, матур тормош юлы үтелгән... Тик, өҫтәрәк әйтеп киткәнсә, ауырлыҡтар ҙа урап үтмәй ғаиләне, иң мөһиме, шулай уҡ телгә алыныуынса, ғаилә уларҙы бергә лайыҡлы йырып сыға. Ваҡытында бер йортта ике директор булыуы, көндө төнгә ялғап эшләүе һынау ҙа булғандыр, әммә сабырлыҡ, бер-береңә ҡарата ихтирам һәм йәшлектәге саф мөхәббәт һүрелмәүе Ибраҡовтарҙы ошо көнгәсә матур тормош юлынан алып бара. Бәлки, балаларына, ғаиләләренә ваҡыттары етмәгән саҡтары ла булғандыр, әммә халыҡ, тел, мәҙәниәт, ҡала тип ныҡышып, тырышып йөрөлгән йылдар был һорауҙарға үҙе яуап бирә түгелме ни?..

Бөгөнгө көндә Рафиҡ Ғәйнулла улы һәм Зимфира Раил ҡыҙы һаман да сафта, балалары янында булмаһа ла, икәүҙән-икәү генә йәшәп ятмайҙар – улар әлеге көндә ғаилә башлығының әсәһе Зәйнәп Шәрип ҡыҙы Ибраҡованы тәрбиәләйҙәр. Инәй күптән түгел үҙенең балалары һәм ейәнсәрҙәре менән бергә 95 йәшлек юбилейын ҡаршылаған икән, әле лә балаларына ағинәйсә матур кәңәштәрен бирә. Ғөмүмән, Зәйнәп Шәрип ҡыҙы хаҡында айырым бер нисә һүҙ әйтеп китеүе дөрөҫ булыр ине. Ауырғазы районы Солтанморат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа ул. 1942 йылда үҙенең хеҙмәт юлын шул уҡ райондың Төрөмбәт урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлап, 45 йылдан ашыу(!) ошо эшенә тоғро ҡала. Тормош иптәше, ҡасандыр районда ғына түгел, республикала даны таралған миллионер колхоз рәйесе Ғәйнулла Шәйәхмәт улы менән биш малай тәрбиәләп үҫтереп, әлеге көндә ете ейән-ейәнсәр, ун бүләсәләре бар. Үкенескә ҡаршы, бабайы ғына күптән мәрхүм инде.

Зәйнәп инәй белем биреү өлкәһендәге һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп хөкүмәт миҙалдары менән наградлана. Үҙенең эш дәүерендә бик күп уҡыусыларға башланғыс белем биреп, ҙур тормош юлына сығырға ярҙам итә, улар араһында Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың күренекле шағиры Рәшит Назаров та бар. Әлеге көндә лә уның уҡыусылары беренсе уҡытыусыларын онотмайҙар, йыл һайын тыуған көнө һәм байрамдар менән ҡотлап торалар, улар Стәрлетамаҡта ла байтаҡ икән. Рәшит Назаровҡа әйләнеп ҡайтҡанда, мәктәптә уҡығанда уҡытыусылар, етәкселек баланың өлгәшеүен һорау аҫтына ҡуйғанда ла Зәйнәп Шәрип ҡыҙы малайҙың һәләтен күреп, уға әле ижад итергә лә түгел, ә шиғыр донъяһында йәшәргә шарттар тыуҙыра. Математика дәресендә шиғыр уҡыһынмы, тәнәфестәме – уҡытыусыһы уны һәр саҡ яҡлаша. Уйлай китһәк, шағирҙың шағир булыуында ла Зәйнәп инәйҙең роле бар бит!.. Бына ҡайҙан килә ул Рафиҡ Ғәйнулла улының башҡарған эштәренең нигеҙе, бына ҡайҙа ята икән ул Ибраҡовтарҙың нәҫел көсө, рухи ныҡлығы! Хәйер, бында Ырымбурҙан да килгән рух, тырышлыҡ, зирәклек үҙен һиҙҙермәй ҡалмай. Зимфира Раил ҡыҙының да нәҫел юлдары көслө, данлыҡлы Абдразаҡов, Аҙнабаевтарға барып тоташа бит. Иң мөһиме: ошо ижадҡа һөйөү, таланттарға һаҡсыл ҡараш, тормошто яратыу, бер-береңә мәрхәмәтлек һәм тағы әллә күпме матур-матур сифаттарҙы Ибраҡовтар артабанғы быуынға ла лайыҡлы тапшыра килә.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: