Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Февраль 2020, 23:08

Башҡортостанда “Атайҙар даны” наградаһы булдырылды

27 февралдә Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Атайҙар даны” наградаһын булдырҙы.

Был награда атайлыҡ институтын, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, шулай уҡ балалар тәрбиәләп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙы дәртләндереү маҡсатында булдырыла.
Был бүләккә Башҡортостанда биш йылдан ашыу йәшәгән, Рәсәй гражданлығы булған атайҙар дәғүә итә ала. Награда шулай уҡ биш йыл элек етем балаларҙы уллыҡҡа алған, хәрби конфликттарҙа, Ватанды һаҡлағанда балаларын юғалтҡан ир-егеттәргә лә тапшырыла.
Награданы алыу өсөн дәғүәсе эшләгән предприятие коллективтарынан йәмәғәт палатаһына юллама талап ителә. Заявкалар 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә, комиссия уны 15 майға тиклем ҡараясаҡ.
Атайҙар даны” наградаһы 24 июндә Рәсәйҙә Атайҙар көнөн билдәләгән ваҡытта тапшырыла.
Фото: интернеттан.
Читайте нас: